Ағиҙел
+26 °С
Ясно
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Дөйөм мәҡәләләр
17 Марта 2020, 07:20
Таж
Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс.
Салауат ӘБҮЗӘР
ТАЖ
Әллә заман ахыры етә,
Әллә бәндә аҙҙы?!
Күңелдәргә шомдар һалып,
Вирус йөрөй – Тажлы!..
Әҙәм балаһына тағы
Ни күрергә яҙған?
Тамам тәҡәте ҡалманы,
Ҡаҡшаны бит Таждан.
Шул Таж бәғзе башҡа ҡунып,
Халыҡтарҙы ҡыра...
(Һүҙҙәремә ышанмаһаң,
Һин тарихтан һора).
Тажы булғас, ҡолдар булыр,
Булыр бығау, баҙы...
Йөрәктәргә шомдар һалып,
Вирус йөрөй – Тажлы!..
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"