Беҙҙең еҙ самауырыбыҙ бар ине. Йәйпәк ҡорһағына тотош бер биҙрә һыу һыймалы. Әсәйем уны ғаилә ағзаһылай күреп ҡәҙерләй ине, яйы сыҡҡан һайын көл менән ышҡый, ҡулланған һайын таҫтамал менән һөртөп, таҙартып ҡына тора. Шулай булмай тағы, самауыр көлдөксә тирәһенән китмәй, урындыҡ түренән төшмәй боҫон борхотоп беҙҙе, ингән-сыҡҡанды ҡайнар сәйе менән һыйлай торғайны. Көнөнә өс тапҡыр урындыҡ уратып ултырһаҡ самауыр түңәрәгендә бар ғаиләбеҙҙең йөҙө сағыла. Ул шулай итеп беҙҙе бер урынға йыя һәм туплай. Апайҙар киске уйынға йыйыналар ҙа көҙгөгә ҡарап түгел, самауыр ялтырағына ҡарап битйөҙҙәрен матурлай, кейемдәрен рәткә килтерә ине.
Хәҙер әсәй ҙә юҡ, теге самауыр ҙа. Әсәй булмағас йорттоң ҡото, самауыр йырламағас көнитмештең йәме, яйы, ҡайнарлығы юҡ. Ауылдың һәр ҡаралтыһы ниндәйҙер символик мәғәнәгә эйә булған икән дә баһа – урындыҡ бер түңәрәккә йыйыған, ашаулыҡ дөйөм бер табындан тәғәмләндергән, самауыр иһә ғаилә кендегендәй ҡайнар йөҙөндә ғаилә тормошон сағылдырған. Электр сәйнүген тоҡандырып, өҫтәл артына ултырырға йыйынғанда ошолар хаҡында уйлап алдым.