Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Март 2020, 14:52

МАРАТ АҒАЙ КӨЛДӨРӘ...

Шиғриәт һөйөүселәр алдында шиғыр уҡыйым. Тик күҙ насар күреү сәбәпле, яҙғанымды бигүк танып бөтөрмәйем, яңылышып ҡуям. Үҙемә асыуым килде. Шиғыр уҡыуымды бүлдем дә залдағыларға өндәштем:– Ҡайһығыҙҙың күҙе һәйбәт күрһәтә, бынау шиғырҙы уҡып бөткәнсе генә биреп тормаҫһығыҙмы?

* * *
Минең етмеш биш йәште райондың мәҙәниәт һарайында билдәләп үттеләр. Ейәнсура районының хакимиәт башлығы, юбилярҙы ҙурлап, ярайһы ҡиммәтле тун тапшырҙы. Ул шул тунды иңемә һалғас, мин, залға ҡарап:
– Марат Кәримов тун алды, ә Ейәнсура туналды! – тип әйтеп һалдым.
Әлеге шул тик тормаҫ тел. Шунда кешесә генә берәй йылы һүҙ әйтергә ине лә бит. Юҡ, шаярыу өҫтөнлөк алды. Тамашасылар көлдө, әлбиттә.
* * *
Шиғриәт һөйөүселәр алдында шиғыр уҡыйым. Тик күҙ насар күреү сәбәпле, яҙғанымды бигүк танып бөтөрмәйем, яңылышып ҡуям. Үҙемә асыуым килде. Шиғыр уҡыуымды бүлдем дә залдағыларға өндәштем:
– Ҡайһығыҙҙың күҙе һәйбәт күрһәтә, бынау шиғырҙы уҡып бөткәнсе генә биреп тормаҫһығыҙмы?
Тамашасыларҙың береһе, щағир Зөфәр Вәлит буғай, миңә үҙ күҙлеген һуҙҙы. Мин:
– Күҙ урынына күҙлек тә ярар, – тип шиғырҙы уҡып бөтөрҙөм.
Әйтерем: шиғырҙы уҡырға түгел: яттан һөйләргә кәрәк шул. Беҙ, шағирғарға сәсәндәр, аҡындар, ашуғтар үрнәк түгелме ни?
Читайте нас: