Салауат ӘБҮЗӘР
 “ҠАРА ТИШЕК”
 Йыһанда ғәжәп көс бар, ти, –
 “Черная дыра”, тиҙәр.
 Ул көс бөтә нәмәне лә
 Үҙенә һура, тиҙәр.
 
 Юлындағы бар есемде
 Эсенә ялмай икән.
 Хатта унан яҡтылыҡ та
 Ҡотола алмай икән...
 
 Ерҙә лә бар ундай “дыра” –
 Бер ҡасан да туймай ул.
 Ҡара көсө ҡармап алһа,
 Йотмайынса ҡуймай ул!
 
 “Ҡара тишек”тән дә яман
 Ундағы ҡолас, тиҙәр.
 Ерҙәге был ғифриттең
 Исеме – Власть, тиҙәр.