Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Март 2020, 19:12

Юнир Салауатовтан мәҙәк

Үҙең эшләУҙған йылдарҙа Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән Рәмилә Салауатова урамдан уҙып барғанда бер ир:– Рәмилә апай, баш ауырта, ун һум бир әле, – тигән.

Үҙең эшлә
Уҙған йылдарҙа Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән Рәмилә Салауатова урамдан уҙып барғанда бер ир:
– Рәмилә апай, баш ауырта, ун һум бир әле, – тигән.
– Миндә штат бар. Үҙеңде эшкә алам. Дворник булып эшлә. Аҡсаң да булыр. Урам буйлап хәйерселәнеп тә йөрөмәҫһең, – тигән Рәмилә ханым.
– Үҙең эшлә, – тигән дә теге ир, китеп барған.
Ниндәйе кәрәк?
Бөрйән буйлап гастролдә йөрөйбөҙ. Оло юл буйында урман эсендәге киоскыға инеп ҡымыҙ эсергә булдыҡ. Тирә-яҡта бер кем күренмәй. Аптырағас, киоск тәҙрәһен шаҡыныҡ. Тәҙрә эс яҡҡа табан асылды. Унда бер йәш ҡатын ултыра.
– Һеҙ ҡымыҙҙың “былайы”нмы, әллә “түрәләрский”ен эсәгеҙме? – тип һораны ул. Беҙ, эсемлектең ундай сорттарға бүленгәнен белмәгәс ни:
– Улар араһында ниндәй айырма бар? – тип һораныҡ.
– “Былайы” – ябай ҡымыҙ. Уны халыҡ эсә. Ә Өфө яҡтарынан килгән тикшереүсе-фәләндәрҙе,түрә-мүрә ҡунаҡтарҙы һыйлар өсөн ҡымыҙға араҡы ҡушабыҙ. Уныһы – “Түрәләрский”, – тип аңлаты ҡатын.
Читайте нас: