Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Март 2020, 18:50

Марат бабай көлдөрә

“Китап” нәшриәтенә кереп барғанда юлымды турникет бүлде. Вахтер, йәш кенә ҡыҙ:–Һеҙ кемгә? – тип һораны–Директорға, – тинем мин.Унан, килеүселәрҙе теркәп бара торған журналын алып, миңә текәлде:–Һеҙ кем булаһығыҙ?–Мәжит Ғафури, – тинем мин...

“Китап” нәшриәтенә кереп барғанда юлымды турникет бүлде. Вахтер, йәш кенә ҡыҙ:
–Һеҙ кемгә? – тип һораны
–Директорға, – тинем мин.
Унан, килеүселәрҙе теркәп бара торған журналын алып, миңә текәлде:
–Һеҙ кем булаһығыҙ?
–Мәжит Ғафури, – тинем мин, шаярып.
–Ә Мәжит Ғафури икәнлегеҙҙе раҫлаусы берәй документығыҙ бармы?
Мин, кеҫәләрҙе ҡапшап, ауыр һулап ҡуйҙым:
–Паспортым өйҙә ҡалған бит әле.
–Ярар, – тине вахтер ҡыҙ, – мин һеҙгә ышанам, – һәм ул мине эскә үткәреп ебәрҙе.
Йәш быуын вәкиленең башҡорт әҙәбиәтен белеүе бик самалы икән, тип уйлап ҡуйҙым. Бер уның ғынамы икән?
* * *
Ике әҙип һөйләшә:
–Ҡулыңа ни булды, ҡәләмдәш, бәйләп алғанһың.
–Һынды. Хоҙай, күп яҙаһың, уҡыусыларыңды бер аҙ ял иттер, тип киҫәткәндер инде.
–Сәйер... сәйер...
–Нимәһе сәйер?
–Һинең бит ҡулың түгел, аяғың һынырға тейеш ине.
Читайте нас: