Бер шағир менән урамдан китеп барабыҙ.
Тыңла, бер анекдот, – тип һөйләй башланы ул. – Бабай, дәрте ҡуҙғалып, төн уртаһында әбейен уята икән. Әбейе асыуланып: “Бишенсе тапҡыр уятаһың бит инде”, – ти. “Эй, ошо склерозды!” – тип ҡуя бабай. Рәхәтләнеп көлөштөк. Ваҡ-төйәк һөйләшеп, йөҙ метр самаһы үттекме, юҡмы, юлдашым былай тине:
Тыңла, бер анекдот. Төн уртаһында бабай әбейен уята икән...