Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Март 2020, 14:30

Ҡыҙыл байраҡ аҫтында...

Салауат Әбүзәрҙән хикәйә

Салауат ӘБҮЗӘР
ҠЫҘЫЛ БАЙРАҠ АҪТЫНДА
(хикәйә)
Иртә менән Ташйылға ауылына килеп кергән партком секретары Вәхитов терт итеп ҡалды. Әллә күҙемә күренәме, тигәндәй, өй башында елберҙәгән ҡыҙыл байраҡҡа күҙҙәрен селт-селт йомоп ҡараны ла шоферынан һорап ҡуйҙы:
– Был нимә тағы?
– Флаг бит! – тине уныһы иҫе лә китмәй.
– Флаг икәнен күрәм, нишләп унда тора һуң?
– Этем белһен, – тине шофер яурындарын йыйырып.
Ҡыҙыл байраҡ мәктәп йә магазин башында торһа, иҫе лә китмәҫ ине Вәхитовтың: уны ишелергә торған өй башына мендереп ҡуйырға ҡайһы дүрәгенең башы етте икән?!. Ҡара, ҡара, ауылға килеп инеү менән, мин бында, тигәндәй, тирә-яҡҡа яр һалып тора лабаһа!..
– Кемдең өйө? – тип ҡырыҫ ҡына һораны ул шоферынан.
– Теге, көтөүсе Әүхәттеке.
– Атаң башы! Давай, борол шунда!..
Өйө эргәһенә партком машинаһы килеп туҡтағанын шәйләгән Әүхәт шаңҡып ҡалғандай булды. Быға тиклем, бригадир атынан башҡа, хөкүмәт машинаһының уға төбәп килгәне юҡ ине әле. Ниндәй йомоштары төштө икән һуң?
– Нимә ҡыланыуың һинең? – тип екерҙе партком ҡапҡанан инер-инмәҫ аңшайыбыраҡ торған көтөүсегә. Уныһы ыҡ-мыҡ итте:
– Ә... Ни... Мин ни... Фермаға... Көтөүгә китергә торам...
– Бына, был нимә тим мин һиңә? – Вәхитов башын һелкеп, байраҡҡа ишараланы.
– Ул ни... флаг таһа...
– Флаг... – тине мыҫҡыл менән партком секретары. – Флаг икәнен мин дә беләм. Атаң башы тип унда мендереп ҡуйҙыңмы?
– Һе... – Әүхәт батырая төштө. – Флагты ни кеше үргә мендереп ҡуя инде. Бүтән ҡайҙа ҡуяйым мин уны!?
Көтөүсе менән тел сарлап тороу ҡайғыһы юҡ ине Вәхитовтың, ҡырт киҫте:
– Давай, быстро алып ҡуй! Бына-бына сит ил ҡунаҡтары килеп төшөргә тора, һин серек өйөңә флаг ҡаҙап ҡуйғанһың, ахмаҡ!..
– Аһ, шул ҡунаҡтар килгән өсөн ҡуйҙым бит мин уны, – Әүхәт бирешергә теләмәне. Үҙ тиңдәше булған парткомға баш биреп торорға – ул тиклем кем әле!..
– Бына иҫәүән!.. Улар һиңә киләлер шул. Тиҙ бул, алып ҡуй!..– Телләшеп торған көтөүсегә парткомдың йәне көйҙө.
– Нишләп алайым ти мин уны... Торһон!.. – Уныһы һаман үҙенекен һөйләй.
– Һин нимә, биттән көлөргә булдыңмы, ә?! – Вәхитовтың сыҙамлығы бөтә барҙы, сәғәтенә ҡарап алды. – Ал тим бит мин һиңә! Тиҙ бул!.. Юғиһә!.. – “Юғиһә” нимә буласағын әйтеп бөтмәне партком. Хәйер, ни булырын үҙе лә аныҡ ҡына тоҫмалламаны, шикелле. Шулай ҙа “юғиһә”нең артында власть йоҙроғо ятҡанын арыу ғына самалай ул.
– Алмайым!.. Кәрәк булһа, үҙең менеп ал! – тине көтөүсе Вәхитовтың ауырлы бисәләрҙекенән дә былайыраҡ күпкән ҡорһағына күҙ һирпеп. Ошо ҡорһағын һөйрәп, ҡыйыҡҡа үрмәләмәҫе көн кеүек асыҡ уның.
– Һин нимә ирешеп тораһың? Закон юҡмы һиңә?! – Вәхитов шартларҙай булды. Шартларһың да, йүнһеҙ генә бер көтөүсе һинең менән телләшеп торһон әле!.. Шунда ғына Әүхәттең өҫ-башына иғтибар итеп, саҡ көлөп ебәрмәне. Рәхәтләнеп көлөр ине, йомшаҡлыҡ күрһәтеп ҡуйыуҙан шөрләп, тыйылып ҡалды. Бер йылмай – бөттө, елкәңә менеп атланырға ла күп һорап тормаҫтар! Вәхитов көтөүсегә баштан-аяҡ тағы бер күҙ йүгертте. Яғаһы керләнеп, үҙ ғүмерендә үтек күрмәгән ул күлдәгенә нимә тип галстук бәйләп алған был. Таушалып бөткән бишмәт-салбарын йоҡлағанда ла һалмай, күрәһең. Аяғында ҡатҡан кирза итек. Ну, килештергән!..
– Көтөүгә, тиһең, кеше унда затлы кейенеп барамы ни? – тине Вәхитов, ”затлы” һүҙенә мыҫҡыллы баҫым яһап. Уны-быны уйламаған көтөүсе бишмәтен һыпырып ҡуйҙы:
– Һуң, юлда-фәлән тегеләр осрап ҡуйһа, тигәйнем.
– Кемдәр?
– Ҡунаҡтар инде... Сит илдән. Әҙәм рәүешле йөрөргә кәрәк тә... – Әүхәт аҡлан­ғандай һөйләнде.
– Әҙәм рәүешле, имеш... Үҙең, әҙәм өркөтөп, өй башыңа флаг ҡаҙап ҡуйғанһың. – Вәхитов быны уйламайыраҡ ысҡындырҙы.
– Флагтан кеше өркәме ни!? – Көтөүсе эләктереп тә алды. – Был һүҙеңде райунда ишетеп ҡалһалар...
Ҡара, эсе тулы этлек икән бының, яңылыш ҡына ысҡынған һүҙҙе ҡарпып та алды. Вәхитов хатаһын төҙәтте шундуҡ:
– Мин флагты әйтмәйем, ахмаҡ! Өйөңдө әйтәм. Шуны таҡта-фәлән менән көпләп ҡуйһаң да булыр ине. Ҡарасҡы һымаҡ ултыра әтеү.
– Нисек көпләйем мин уны? Ҡояш һымаҡ бит мин. Ул торһа – торам, ул байыһа – ятам. Иртәнән кискә тиклем көтөү ҡойроғонан ҡалмайым...
Был арҡыры Әүхәт менән һүҙ серәштереп тороуҙың мәғәнәһе юҡлығын тойҙо шикелле Вәхитов, шоферына ымланы:
– Бар, алып ҡуй әле шуны!..
– Флагтымы ни? – Аңламаған кешеләй һораны шофер.
– Шуны инде. – Вәхитов саҡ һүгенеп ебәрмәне.
– Мин алмайым уны, – тине шофер тәмәкеһен ныҡ итеп һурғас. – Бәләһенән баш-аяҡ... Уға ышанһаң, йә судлашып йөрөр...
– Нимә?.. Ниндәй суд тағы? – Шоферының тыңламауын оҡшатманы Вәхитов.
– Һуң, совет флагын йолҡоп ташланы, тип, тотор ҙа судҡа бирер, ултыр аҙаҡ төрмәлә, – тип аң­латҡас ҡына Вәхитовтың мейеһендә ҡырмыҫҡалар йүгереп үткәндәй булды. Башы бар был малайҙың! Ысынлап та, үҙе был турала нисек уйламаны икән?..
– Ҡуй, – партком иплерәк өндәшергә тырышты көтөүсегә, – бәхәсләшеп тормайыҡ, Әүхәт. Әйткәс, ал да ҡуй һин уны. Нимәгә кәрәк ул һиңә? Бик кәрәкһә, тегеләр киткәс мендереп ҡуйырһың.
– Тегеләр киткәс нимәгә хәжәт ул!? – Әүхәт эске бер кинәнес менән өй башында елберҙәгән байраҡҡа ҡараны. – Күрһендәр буржуйҙар!..
– Ярар, Әүхәт ҡорҙаш, – Вәхитов көтөүсенең йомшаҡ яғынан һыйпап ҡарарға булды. – Алып ҡуйһаң шул флагты, ярты ултыртырмын үҙеңә.
– Ярты?! – Был һүҙҙе тәүге тапҡыр ишеткәндәй ҡабатланы Әүхәт. – Эйе, һинең яртыңды эсеп, аҙаҡ йөҙ ҡоҫторорһоң...
Ыҡҡа килмәгән ниндәй бәндә булды был? Ҡул һелтәп кенә китер инең, райком секретарының күҙенә салы­на­саҡ ул барыбер. Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, был йүнһеҙҙең өйө лә иң күренеп торған урында ултыра, ҡәһәрең!
– Һин, Әүхәт, аҙаҡҡыңды ла уйла, йәме! – тине Вәхитов бер аҙ уйланып торғас. – Аҙаҡ эшһеҙ ҡалыуың бар...
– Эшһеҙ? Атаҡ, ал эшеңде үҙеңә. Мин көсләп көтөү күтенә эйәреп йөрөйөмдөр шул... Ал, әйҙә, бөгөндән үҙең сыҡ!.. Кәпийкә өсөн йөрөйөм шунда. Бармайым бульше!.. – Әүхәт ҡыҙҙы ла китте.
– Туҡта, енләнмәй тор, Әүхәт! Мин бит былай ғына әйтәм... – Вәхитов артығыраҡ ысҡындырғанын аңланы. Ысынлап та, сыбыртҡы менән ҡыуһаң да Әүхәт менән Әхиәрҙән башҡа этем дә сыҡмаясаҡ колхоз малын көтөргә. Бер уйлаһаң, әлдә Әүхәт бар! Ғүмер буйы мал ҡараһа ла, үҙе мандый алманы инде ул, бахыр. Былтыр, эш хаҡы урынына, бер үләкһә быҙау биреп ҡотолғайнылар. Уныһы ла мал була алмаған шикелле.
– Аһ, Әүхәт, ҡунаҡтарҙы нишләп урамда тотаһың ул!? – Өйҙән көтөүсенең бисәһе килеп сыҡты. – Бәрәкәт, әйҙә, үтегеҙ! Самауырым шыжлап ҡына ултыра.
– Сәйләп ултырырға ваҡыт юҡ, Тәнзилә, – тип ҡул һелтәне Вәхитов. – Бына, иреңде әйтәм, бер ҙә баш бирмәй бит әле. Йүнһеҙ ат шикелле сығынлап тик тора. Флагыңды алып ҡуй, тип тораһың, ыжлап та бирмәй...
– Эй, Алла!.. Ул флагы менән башымды ҡатырҙы бустыйға. Менмә өй башына, ҡыйыҡ ишелеп төшөр, тип тораһың, бар тип белде, ти. И-и, уны!.. Бер ҡыҙышһа алдынан алырмын тимә. Үҙ һүҙле инде ул. Көтөүгә баш булып өйрәнгән...
– Киләләр! – тип ҡысҡырып ебәрҙе баянан бирле шым ғына быларҙы күҙәтеп торған шофер.
Ауылға ингән юлда күтәрелгән саңды күреп, төкөрөп ҡуйҙы партком:
– Тфү! Ну, һине!.. – көтөүсегә уҫал ҡарашын сәнсеп алды ла, ҡул һелтәп, машинаһына ашыҡты Вәхи­тов. Машина ишегенең тотҡаһына үрелеү менән тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте: инәңдең башы, туп-тура бында киләләр!..
– Ух, эт икәнһең, Әүхәт! – тине партком ни эшләргә белмәй алан-йолан ҡаранып. – Харап иттең, былай булғас!..
– Ҡара ”Волга”, ысынлап та, Әүхәттең ҡапҡаһы алдына килеп туҡтаны. Бер аҙҙан уның эсенән ҡара күҙлекле, еңелсә бөхтә итеп кейенгән өс кеше сыҡты. Шунда ауыҙ асып торған Вәхитов, иҫенә килде шикелле, ҡунаҡтарға табан юртты:
– Беҙ һеҙҙе бында түгел, ана, тегендә көтә инек, – тип урамдың икенсе осона ишараланы ул. Ауылдың иң хәлле кешеһе Ғәлиулла менән алдан һөйләшеп, уның былай ҙа бөхтә өй тирәһен рәткә килтереп, кәртә буйындағы кесерткәненә тиклем йолҡтороп ҡуйғайны партком. Хатта өс-дүрт сирек бал-ҡымыҙын да йүнләне.
Тегеләр уның һүҙен әллә ишетте, әллә юҡ, өй башында елберҙәгән байраҡҡа ҡарап торҙолар ҙа, ихатаға табан атланылар. Әүхәт ҡапҡаһын шар асып ебәрҙе:
– Әйҙүк, ҡунаҡтар, әйҙүк! – тип һөйләнә-һөйләнә, һәр береһе менән ҡушҡуллап күрешеп сыҡты. – Әүхәт тиҙәр мине. Авхат!..
– Авкат. Корошо... Май нейм – Стив, – тине ҡунаҡтарҙың йыуанырағы күкрәгенә бармаҡ төртөп.
– Эстиф?!. Яҡшы!.. Хорошо!.. Әйҙә, Эстиф, әйҙә!
– Бернард, – тип таныштырҙы үҙен ҡаҡса ҡунаҡ.
Өсөнсөһө, йәшерәге:
– Антон. Антон Васильевич, – тип ҡул һуҙғас, Әүхәт бер аҙға аптырабыраҡ торҙо:
– Антун?!.
– Переводчик я, – тине теге.
– Вәхитовтың асыуы ҡабарҙы Әүхәткә. Нисек ҡылана, ә!? Ғүмер буйы ошо ҡунаҡтарҙы көтөп ятҡан, тиерһең. Былары ла инде, күрәләтә хәйерсе донъяһына атлығып тора.
– Бисәкәй!.. – Әүхәттең ҡысҡырыуы уйҙарын бүлде парткомдың. Уныһы өйрәтелгән эт шикелле ялпылдап килеп тә сыҡты.
– Әү, бабай!
– Өҫтәлде урамға ҡуяйыҡ, өйгә һыймаҫбыҙ, – тине Әүхәт устарын ыуып.
Сит ил ҡунаҡтары ихатала ары-бире йөрөп, ат арбаһы, сбруй, кәртәлә элеүле торған көйәнтә кеүек нәмәләрҙе ҡыҙыҡһынып ҡараштырғансы, Әүхәт менән Тәнзилә өҫтәл әҙерләп тә ҡуйҙы. Табынға өндәшкәс, тартынып торманы ҡунаҡтар. Үҙ телдәрендә һөйләнә-һөйләнә кәршүк тулы бәрәңгегә йомолдолар, ҡалаҡлап ҡаймаҡ һуҡтылар, арыш икмәген умырып ҡаптылар. Партком, әҙәп һаҡлап, семтенеп ултырҙы.
– Бисәкәй, теге нәмәңде лә сығар әле, – тигәс Әүхәт, бисәһе өҫтәлгә сирек килтереп ҡуйҙы. Стакандарға тултырғансы бал ҡойоп:
– Йәгеҙ, һеҙҙең һаулыҡҡа! – тип сәкәштереп, тын да алмай стаканды төпләне көтөүсе. Тегеләр башта был сәйер эсемлеккә ирендәрен тигеҙеп кенә алды, аҙаҡ, Әүхәттән күрмәксе, түңкәреп ҡуйҙылар. Уларҙың, был нимә булды һуң әле, тигәндәй һораулы ҡарашын күреп, Әүхәт төшөндөрөп бирҙе:
– Бисәкәйҙең производствоһы. Шәп ҡоя ул балды. Ауылда юҡ уның һымаҡ ҡойған кеше!
Ысынлап та, бик зәһәр ине бал! Бер-ике стакандан һуң йөҙҙәре алланып киткән ҡунаҡтарҙың теле асылды. Стив хатта Әүхәт янына күсеп ултырып, уның иңенә ҡулын һалды:
– Корошо чиловек Авкат! – тине ул хисләнеп. – Очен корошо!
– Хорошо Эстиф! Хорошо! – тине Әүхәт тә уның яурынынан ҡағып. Күңеле бейей башлаған көтөүсе түҙмәне, тиҙ генә өйөнә инеп, ҡурай алып сыҡты ла өҙҙөрөп уйнап та ебәрҙе. Ҡунаҡтар был тиклемен көтмәгәйне, башта ауыҙҙарын асып, күңел елкендергес көйгә илереп торҙолар. Хатта бер грамм йотмаған Вәхитов та Әүхәттең был ҡылығына аптырабыраҡ ҡалды: һай, ҡалай өҙҙөрә был! Әүхәт ҡурай уйнай, тигәнде берәйһенән ишетһә, мәңге ышанмаҫ ине, биллаһи!
– Бына, һин беләһеңме, Эстиф? Мин бит ғүмер буйы колхуз фермаһынан ҡайта белмәйем, – тине Әүхәт ҡурайын ситкә ҡуйып.
– Фирма?!. Корошо – фирма!.. – тип баш ҡаҡты Стив.
– Вот! Шунда ғүмер үтә. Кеше менән һөйләшеп ултырғы ла килә. Ултырайыҡ әле, Эстиф! – Әүхәт ҡунаҡтар менән сәкәштереп, стаканын төпләне. Стив ҡулдарын болғай-болғай, ярһып нимәлер һөйләне. Уның һүҙҙәрен Антон тәржемә итергә теләп ауыҙ асҡайны, ҡул һелтәп, тыйып ҡуйҙы көтөүсе:
– Ҡуй, Антун, не мешай ололар һөйләшкәндә!
Мәжлес төшкә тиклем һуҙылды. Сабырлығы һынды парткомдың, китергә ваҡыт икәнен аңлатып, ҡунаҡтарҙы ҡыҫтай башланы, ауыл артында ғына түбәһен болоттарға терәп ултырған ҡаяға төртөп күрһәтте. Ошо ҡаяны күрергә тип килгәйне бит улар.
Хушлашҡанда Стив Әхүәтте ҡосаҡлап алды, оҙаҡ йылдар күрмәй торған яҡын дуҫын тапҡандай ҡыҫып ҡосаҡлап, һөйләнде.
– Ҡунаҡҡа саҡыра. Америкаға, – тип аңлатты тәржемәсе.
– Ҡунаҡҡа?!. Барам. Әбизәтелне барам, Эстиф. Бына, малдарҙы ғына бер сама итеп алһаҡ... Мал күп бит минең. Ана йөрөйҙәр, – тип Әүхәт яландағы көтөүгә ишараланы. – Эш бөтмәйенсә барып булмаҫ түлке. Бисәкәй ҙә бушамаҫ. Уны ла баҫыу тулы сөгөлдөрө көтөп ята... Шулай ҙа, юл төшкәндә, кереп сығырмын.
Ҡара “Волга” ҡуҙғалып китте. Ҡапҡа алдында ҡурай тотҡан Әүхәт менән Тәнзилә баҫып ҡалды. Әүхәттең күҙҙәре йәшләнгәйне.
Түбәһенә ҡыҙыл байраҡ ҡаҙалған был йортҡа оҙаҡ ҡына ҡарап барҙы ҡунаҡтар.
– Эх! – тине бер аҙҙан Стив. – Ниндәй кешеләр йәшәй бында!..