Мәскәүгә съезға китеп барабыҙ. Ғәҙәттәгесә, бер төркөм яҙыусылар шахмат уйнай. Мин яндарына бармайым да, ҡыҫылмайым да. Бер мәл тегеләр үҙ-ара уйнап туйҙылар, ахыры, мине саҡыра башланылар:
- Әйҙә, уйна...
Мин уларҙан ҡотолоу өсөн:
- Мин бөтәгеҙ менән бер юлы, таҡтаға ҡарамайынса ғына, уйнарға ризамын, - тим.
Күптәр таҡтаға ҡарамайынса уйнау алымын бөлмәй икән, аптыраштылар.
- Нисек... ҡарамай?
- Алдың да буш таҡта ла тормаймы?
- Битен ҡаплап ята ла уйнай.
- Йөрөштө нисек белә һуң?
- Беҙ әйтеп торабыҙ: КСЗ йәки ферзь А4, тип.
- Фигураларҙың ҡайҙа торғанлығын нисек хәтерләй һуң?
- Йәшенеп кенә ҡарайҙыр ул.
- Эргәһенә бер кешене һаҡлап торорға ҡуяйыҡ.
Уйнарға килешкәс, купеның өҫкө һәндерәһенә менеп яттым да, йөҙөмдө гәзит менән ҡапланым һәм партия башланды. Миңә ҡаршы яҙыусылар араһындағы бөтә көслө шахматсылар уйнай: Сафуан Әлибай, Шәриф Бикҡол, Әнүәр Бикчәнтәев, Сабир Шәрипов, Ғәзим Шафиҡов һәм башҡалар. Бөтәһе унлап кеше. Купеға саҡ һыялар. Төрлөһө төрлө йөрөш тәҡдим итә. Яңылыш йөрөш яһап фигураһын юғалтыр булһалар, мин иҫкәртәм:
- Улай йөрөмәгеҙ, фигураларығыҙҙы юғалтаһығыҙ. - Тегеләр шаҡ ҡата, йәнәһе, бөтәһен дә күрә!
Бер тапҡыр әйттем:
- СЗ-тә торған атымды 65-кә йөрөйөм.
Бөтәһе бер тауыштан:
- С3-тә атың юҡ, - тип ҡысҡырып ебәрҙеләр.
Мин аптырайым:
- Унда ат булырға тейеш.
Улар:
- Юҡ-юҡ! Һин онотҡанһың, ул атыңды ашаныҡ, - тиҙәр.
- Улайһа, хәҙер партияны бер ҡайҙа ҡарамайынса яҙып бирәм. Мин бөтә партияны башынан аҙағынаса хәтерләйем, - тигәс кенә тегеләр ғәфү үтенде.
- Ҡара әле, хәтерең яҡшы икән. Беҙ бит шаярып ул атыңды урлағайныҡ.
Партия аҙағына яҡынлашты. Яҙыусылар йөрөш яһай. Мин әйтәм:
- Улай йөрөмәгеҙ, юғиһә, өс йөрөштән мат алаһығыҙ.
Тегеләр ундай вариант ҡарай, тегеләй вариант эҙләй, әммә мин иҫкәрткән матты таба алмайҙар. Ә ул матты ҡуйыу өсөн мин тәүҙә ферзды ҡорбан итәм, шунан мат иғлан итәм. Юлдаштар шул ферзды ҡорбан итергә кәрәклеген күрмәй.
- Бында өс йөрөштән түгел, биш йөрөштән дә мат булмай.
- Алдаша! Ҡурҡыта!
- Йөрөйбөҙ шул ходты!
- Йөрөйһөгөҙмө? - тип һорайым.
- Йөрөнөк, - тиҙәр.
Мин ферзды ҡорбан иттем дә мат ҡуйҙым.
- Ә-ә, улай булһа, әлбиттә.
Ошо хәлдән һуң шахмат уйнарға тәҡдим итеүселәр ныҡ кәмене.