Теге ҡортҡа ярҙам итте бит - доға уҡып баланың башы осона ҡуйылған һыулы сеү-әтәгә иретелгән ҡурғашты шажылдатып ҡойоп ебәргәйне, ҡатҡан металда уҫал эттең башы пәйҙә булды. Баҡтиһәң, ҡурҡыу сәбәпсеһе ошо йәнлек икән. Ҡурғашты баланың муйынына таҡҡас ул тамам тынысланды, йоҡоһо ла тәғәмләнеүе лә арыуланды, бер аҙҙан бөтөнләй сәләмәтләнде.
Илебеҙҙән бөгөн ҡот ҡасты: ҡайҙа ҡарама һыу баҫа, ҡайҙа баҡма янғын, емерелеш тә ҡырылыш, әҙәм балаһын аҙым һайын бәлә-ҡаза һағалай. Ҡот ҡойоусы табырға ине…