Тормош иҫ китмәле матур, тиҙәр,
Ул әкиәтте кемдәр асҡандыр,
Әҙәм менән Һауа ҡауышыуҙан
Тыныс көндәр ҡайҙа ҡасҡандыр?..
Донъя иҫ киткес матур! – килешәм,
Ә ҡалғаны уның уйҙырма...
Тормош юлың матур булһын тиһәң,
Юлдарыңа ҡапҡан ҡуйҙырма!
Тормош – көрәш, яу яланы, тиеп
Күрһәталһаң ҡылған эшеңде,
Ышаныр ҙа инем, тик һинең дә
Ҡойғандар бит аҙау тешеңде...
Тик, ниңәлер, “мин йәш” тиеп
Матурлыҡ тыуҙырыусы шағирға
Ер ҡуй(ы)нына китерһең...
Ай(ы)рым-ай(ы)рым йәшәһәк тә,
Күктәргә, бәлки, кәрәктер
Яңы йылға инеп барған саҡта
Үткәндәргә бағам әйләнеп.
Үткән – үткән тимә, йөрәгемә
Мөхәббәтем килә бәйләнеп.
Уны нисек ҡалдыраһың инде?
Мөмкин түгел уны ҡалдырыу!
Яңы йылға мөхәббәтһеҙ инеү –
Үҙ-үҙеңде утта яндырыу...
Мөхәббәт ул – шундай серле бер йән,
Йөрөй белмәй бит ул ҡытҡылдап, –
Йә ул һинең йөрәгеңдә бара,
Йә ул бара һине ҡултыҡлап!
Бөгөн дә көн үтер, ахыры,
Беҙ китербеҙ, тормош китмәҫ,
Мин бында теләп килмәнем,