Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Март 2020, 11:50

Таштүккән

Хисаметдин Исмәғилевтың "Таштүккән - серле ҡулса" тигән романын "Ағиҙел" журналының алдағы һандарында уҡырһығыҙ.

...Ни ғәжәп, томанда – әсәһенең һыны. Өнмө был, әллә төшмө?! Ул үҙе лә һиҙмәйенсә ҡулдарын һуҙып, уға табан аҙымын шәбәйтте. Ә атлауы шул тиклем ауыр. Аяҡтар һаҙлыҡ ләменә батҡанмы ни. Әсәһенең һыны асылғандан-асыла барып, бар гүзәллеге менән уның алдына килеп баҫты. Ана, әсәһе артында атаһы ла баҫып тора икән.
– Әсәй, әсәкәйем, атай, мин ҡайттым! Ни эшләп мине көтмәнегеҙ? Мин бит иҫән-һау ҡайтып еттем. Һеҙҙе күрергә, һеҙҙе һағынып ҡайттым. Әсәй, мин иҫән!
Юҡ, әсәһе уны ишетмәй ҙә ине, шикелле. Шулай ҙа уға боролоп ҡараны ла:
– Юҡҡа ашыҡтың, улым. Ҡылған эштәрең үлсәүгә һалынғас, ҡаралары артығыраҡ тарта. Бына ошо аҙаҡҡы ашығып яһаған аҙымың барыһын да боҙа. Һиңә фани донъяға кире ҡайтып, яңынан йәшәй башларға тура киләсәк. Беҙ һинең ике арала аҙашып йөрөүеңде теләмәйбеҙ. Бында килеүең һинең ҙур яңылышлығың. Бар, кире борол!
Әсәһе шулай тине лә инде бөтөнләй томаны таралып асылған матур сәскәле ялан өҫтөнән атлап китте. Ринат та атламаҡсы ине лә, туҡтап ҡалды. Ул аяҡ баҫа торған ерҙә, хатта томаны ла таралып бөтмәгән яман тәрән ҡурҡыныс упҡын ята. Артына боролоп ҡараны: унда теге ҡуйы томан бөтөнләй ҡара һөрөмлө болотҡа әйләнеп, ҡулдарын йәйеп үҙенә саҡыра, һалҡын ҡосағына алмаҡсы була. Ә болот бик тә яман бер ҡарасҡы нәмә икән дә ул. Ринат, шул иблистең ауына эләкһә, үҙенең бер нимә лә эшләй алмаясағын аңланы. Уға бит әсәһе әйткәнде үтәргә кәрәк. Тик нисек? Әсәһенә һыйынырға һәм ярҙамына өмөт итеп, ни булһа шул булыр тип, ҡурҡыныс аҙымын яһаны ул һәм әсәһе менән үҙенең араһында хасил булған упҡынға ҡоланы.
Читайте нас: