Яҙыусы, журналист Рәлис Ураҙғоловты республикабыҙҙа белмәгән кеше һирәктер. Уның әҙәрҙәрен, мәҡәләләрен уҡыусылар көтөп ала. Хәйер, уның “Аслыҡ” романын телгә алыу ҙа етә. Ҡот осҡос ваҡиғаларға ҡоролған был әҫәр күптәрҙең күңелен тетрәтте.
Бөгөн Һеҙҙең менән ҡыуанысыбыҙҙы уртаҡлашабыҙ: Рәлис “Ағиҙел” журналында эшләй башланы. Тимәк, журналыбыҙ дуҫтарын шәп яҙмалары менән һөйөндөрөр көндәр алда әле.
Сер итеп кенә әйтәбеҙ, Рәлис тағы бер романын тамамлау өҫтөндә. Уға уңыштар теләйек!