Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Март 2020, 14:35

Осрашыуҙар

Башҡорт дәүләт университетында Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап "Аманат" журналы ойошторған конкурста еңеүселәр менән осраштыҡ.

Әҙәбиәт һөйгән, ихлас күңелле уҡыусыларыбыҙҙың булыуы ҡыуандырҙы. Осрашыуға килгән Әлфиә Мостай ҡыҙының атаһы тураһында һөйләүе ифрат ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды. Бәйгелә еңгән уҡыусыларға уңыштар насип булһын! Мостай Кәрим һүҙҙәре менән әйткәндә, донъяның ҡояшлы яғында йәшәгеҙ!
Читайте нас: