Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Март 2020, 10:50

Ус эсендә - усаҡ.

Дуҫтар, "Ағиҙел" журналының март һанында яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатованың "Ус эсендә - усаҡ" тигән шәп хикәйәһе донъя күрәсәк.

Һыуыҡ. Ләкин нисек тә сыҙарға кәрәк. Түҙмәй хәл дә юҡ. Мейестәге ҡуҙҙы ошоға тиклем һүндермәй киләләр ине. Ә бөгөн тороуға бер нәмә лә ҡалмаған. Бына апаһы эштән ҡайтыр ҙа, күршеләрҙән ҡуҙһалғысҡа һалып, тере күмер алып инер. Унан ут тоҡандырырҙар. Йүнле утыны ла юҡ бит әле уның… Апаһы алып ҡайтырға вәғәҙә биргәйне. Сәрбиямал үҙе сығып ҡоро-һары эҙләр ине лә, хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, ҡатаһының табаны төштө. Уны тектерергә кәрәк. Ҡыҙ бала иҫке юрғанға аяғын төрҙө. Һыйыр мөңрәгәне ишетелде. Асыҡҡандыр шул. Уның да ашарына әҙ генә ҡалды. Алаҡай оҙаҡламай быҙауларға тейеш. Аҡ буласаҡ, телгә аҡ йоғасаҡ! Күп ҡалманы. Бөгөн, йә иртәгә. Бына шулай үҙен йыуата Сәрбиямал. Ҡатаһының табаны төшкәндән бирле ул мәктәпкә лә йөрөй алмай… Бер үҙе өйҙә ҡаңғыра. Ә кистәрен Сәрбиназ апаһының ҡосағында йылына. Апаһы тыйһа ла, яланаяҡ көйөнсә һыйырҙы сығып ҡарай. Сәрбиназ ҡара таңдан эшкә китә. Быуаҙ һыйырға күҙ һалмайынса ла ярамай, юғиһә, безәүкәйен туңдырып ҡуйырҙар. Эйе, Сәрбиямал Алаҡайға тиҙ-тиҙ генә һалам ташлай ҙа, өйгә яғына “зыйлай”. Аяғын итәгенә йәшереп, бөгәрләнеп кенә ултыра.
Читайте нас: