Был тарихтағы яҙыусының исемен әйтмәҫкә тура килә. Сөнки... 70-се йылдар аҙағы. Мин әҙәбиәт майҙанына яңы инеп киләм. Тәүге генә китабым сыҡҡан. Сибайҙа йәшәп ятам.
Шул осор Өфөнән абруйлы ғына яҙыусы Сибайға командировкаға килде. Бер урында уҡыусылар менән осрашҡандан һуң, кис ҡунаҡханаға килдек. Бер ярты алдыҡ. Тәүге рюмканы төшөргәс, ул минең әҫәрҙәрҙе маҡтаны, тиҙҙән икенсе китабым, яңы повесым сығасағын әйтте. Яҙыусылар союзына ағза итеп алырбыҙ, ғөмүмән, һиңә ҙур өмөт бағлайбыҙ, тип ҡыуандырҙы.
Ошо ерҙә ул миңә шахмат уйнарға тәҡдим итте. Уның ярайһы уҡ яҡшы уйнағанын ишеткән инем. Ләкин мин уны барыбер еңәсәкмен бит. Тик яңы ғына унан шундай һәйбәт һүҙҙәр ишеткәндән һуң, был абруйлы ғына ағайҙың кәйефен төшөргө килмәй.
Шуға мин баш тарттым. Ә ул уның һайын ныҡыша:
- Мине слабак тиһеңдер? Мин яҙыусылар араһында иң көслөләрҙән һаналам. Уйнайбыҙ!
Ни эшләйһең, горничныйҙан шахмат килтертеп, фигураларҙы теҙергә тура килде. Әҙиптең ныҡ ҡаршылашыуына ҡарамай, мин фәҡәт ладьяһыҙ ғына ризалаштым тәүге уйында уҡ еңеп, үпкәләтмәҫменме, тигән уй килһә лә, уйын ҡомары күңелде солғап алды һәм мин еңдем. Ошоғаса бик һүҙсән ағай нисектер шымып ҡалды. Икенсе партияны башланыҡ. Мин тағы еңдем. Ағай өсөнсөгә фигураларҙы теҙергә тотондо.
- Мин һинең менән яңылыштым шикелле, һин телде белмәйһең, әҙәби белемең дә юҡ, китабыңды пландан һыҙып ташларбыҙ, ахыры, повесыңды ла баҫмаҫбыҙ. Вообще, башҡа Өфөгә йөрөмә! — тине.
Минең йәнде өшөткөс шундай һүҙҙәрҙе әйткәс, ағай рюмка түңкәрҙе лә фигураларҙы киренән теҙҙе һәм ҡаты ғына тауыш менән бойорҙо:
- Йөрө!
Минең ҡот осто. Инженерлыҡтан китеп, бөтә киләсәк яҙмышымды яҙыусылыҡ бәйләргә йыйына инем бит ул мәлдә. Һәм минең булмышымдың киләсәге ошо ағайға ныҡ бәйләнгән ине. Бөтә хыялдарым селпәрәмә килерме икән ни?
- Йөрө! - тип ҡысҡырҙы шул арала ағай ҡаты.
Мин беренсе йөрөштө яһаным да, туҡта, тинем үҙ-үҙемә. Еңелһәм, бәлки... Эйе, еңеләйем дә ҡуяйым. Һәм еңелдем. Ағайҙың шунда уҡ күтәрелеп китте.
- Йә, нисек мат ҡуйҙым? Шәп бит! Өфөгә барғас, Ғәйетбайҙың үҙенә мат ҡуйҙым, тип һөйләйәсәкмен! Ышанмаһалар, раҫларһың!.. Ә китабың өсөн ҡайғырма, сығарабыҙ, повесыңды ла баҫтырырбыҙ. Яҙыусылар союзына ағза итеп алыу буйынса хәҙер үк ғариза яҙып бир. Ә Өфөгә күсеү хаҡында ни уйлайһың?!
Былай ул ағай һәйбәт кеше ине. Хәҙер мәрхүм инде.
Наил Ғәйетбай