Интеллигентлыҡ юғары белем менән бирелә, тип бәғзе берәүҙәр яңылыша. Институт дипломы кеше булмышына зыялылыҡ өҫтәмәй шул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Күңел таҙалы-ғы һәм матурлығы, рухи юғарылыҡ иң әүәл ата-әсәнән күсә, иң башта ғаиләлә һалына. Был бәхәскә урын ҡалдырмаған тормош ҡануны. Зәйнулла тигән ағайҙы беләм. Юғары ғына түгел, урта белеме лә юҡ ине, шикелле, ғү-мере буйы малсылыҡта эшләне. Үҙенә йөкмәтелгән бурысҡа, әйтер инем ауыр бурысҡа, яуаплы ҡараны, тырыш, эшһөйәр булды. Фиҙаҡәр хеҙмәте ордендар, миҙалдар менән билдәләнде.
Бүлексә фермаһы йылға аръяғында ғына. Билдәле, унда эшләгән малсыларҙың теле эт ашамаҫ әшәке һәм тупаҫ. Ҡыш көнө иртәнсәк сыҡһаң шул тарафтан ете ҡатлы һүгенеү тауыштары, сыбыртҡы шартлауы бында, ауылға ҡәҙәр ишетелеп тора. Ә бына Зәйнулла ағайҙың тиргәше бер тапҡыр ҙа ҡолағыма салынманы, ауылдаштар менән мөғәмәләһе лә ипле, үҙен һәр ерҙә итәғәтле, әҙәпле тота, хайуанҡайҙарына ла ҡатырғанмай. Төркөмөн яратып ҡараны, хәстәрләне, ҡулында һис ҡасан таяҡ та сыбыртҡы ла йөрөтмәне. Тана-торпо бының артынан эт ише эйәреп кенә йөрөй, туҡталһа тегеләр хужаһының битен, устарын яларға керешә. Тәрбиә, миһырбанлы мөғәмәлә, әйтерһең, уларға ла күскән. Тиҙәккә ҡатҡан, һейҙек һеңгәндәрҙән ҡайһылыр яғы менәндер айырылып тора ине Зәйнулла ағайҙыҡылар: таҙалар, көрҙәр, ҡарар күҙгә күрмәлеклеләр, һөҙөшмәйҙәр, һөмһөҙ ҡыланмайҙар. Әҙәп йәһәтенән эйәһенә тартҡандар. Әҙәм балаһы зыялылыҡты күрә, билдәләй алмай аптырана, ә аңһыҙ иҫәпләнгән мал тәрбиәлелекте әллә ҡайҙан һиҙеп, тойоп ала. Шуныһы ғәжәп.