Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Март 2020, 10:10

Фәниҙә Исхаҡова

"Ағиҙел"дең март һанында Америкала йәшәгән яҙыусыбыҙ Фәниҙә Исхаҡованың романы дауам итә.

Әлиә өйҙә ине. Һис ни булмағандай, йырлай-көлә көҙгө алдында бөтөрөлә. Хатта сәстәрен бөҙрәләтеп алған. Ғәҙәтендә булмағанса, сағыу макияж яһаған.
– Сәләм, ағай! – тине ул, һис ни булмағандай. – Кире ҡайттың дамы
ни?
Байрас өндәшмәне. Ул кинәт сығырынан сығып, әлегәсә ҡул менән түгел, яман һүҙ менән дә ҡағылмаған һеңлеһенә һуғып ебәреүҙән өркә ине. Эсендә ҡайнаған асыу бына-бына ташып түгелергә генә тора. Ул туфлиҙарын сисеп, йәпһеҙ хәрәкәт менән уларҙы ситкә этте. Әллә көсөн самаламаны, улары стенаға барып бәрелде.
Әлиә ғәжәпләнеп ағаһына боролоп ҡараны.
– Ағай, ни булды?
– Ни булды… Бына ни булды! – Байрас телефонын ҡабындырҙы, матур һәм һәүетемсә генә барған бөтә донъяһын баштүбән әйләндергән әлеге видеоны тапты ла һеңлеһенә һуҙҙы. – Мә, ҡара! Унан үҙең дә аңларһың.
Ағаһының йәмерәйгән йөҙөнән ниндәйҙер алама хәл булғанлығын аңлаған Әлиә һағайып ҡына Байрастың ҡулынан телефонды алды һәм сенсор экранға баҫты. Уның аптырауы йөҙөнә сыҡҡайны. Йылан арбауына бирешкән кескәй ҡуяндай, экранға төбәлгән, буялған керпектәре генә дерелдәп ҡуя. Матур йөҙө буйлап әкрен генә йәш тамсылары аға. Улар күҙҙәренә тартылған һөрмәне лә йыуып, ҡарағусҡыл юлаҡ хасил итә.
– Ағай… Мин… Мин… – Әлиә телефонды шундағы диванға атып
бәрҙе лә үкһеп илап үҙенең бүлмәһенә йүгерҙе.
Әле генә уны һуғып осорорҙай булып торған Байрас тамағына әсе төйөр килеп тығылғанын тойҙо.
Күрәһең, уның һеңлеһе ни бары үҙенең матур хыялдарының ҡорбаны
ине.
Читайте нас: