Көслө ҡулдар тос йоҙроҡтары, киң устары менән әлеге бысраҡ иҙәнгә дөпөлдәтә һуғып мәжлескә дәрт өҫтәне. Шул ғәйрәтле беләктәр ағас ҡулайлама өҫтөнә ултыртылған тоҡос кәүҙәләрҙе арбаһы-нийе менән өйөрөлтөп алып йөрөнө. Һыңар аяҡтарында һикрәнләгән, ҡыҙып китеп ҡултыҡ таяҡтарын атып бәреп төшөп киткәндәре иҙәндәге был тоҡостарға эләгеп ҡолап та китте. Унан һикереп торҙо ла аҡһай-туҡһай тағы ялпылданы. Ялбыр ҡаштар аҫтындағы ҡара, һоро, зәңгәр, күҙҙәр атакаға күтәрелгәндәгеләй зәһәр ялтыраны. Һаҡал-мыйыҡ баҫҡан эйәктәр юғары күтәрелде. Миҙалдар сыңланы. Уларҙың ҡайһылары ысҡынып та осто. Мәжлес ҡыҙыуҙан үтеп, ниндәйҙер ҡурҡыныс, дәшһәтле ҡотороуға әйләнгән мәлдә, сөй келәлә генә эләктерелгән ишек, теге яҡтан тибеп ебәргәндән асылып, стенаға бәрелеп ҡаҡлыҡты ла бүлмәгә йүгерешеп ҡораллы һалдаттар инеп тулды. Киҫкен команда аҫтында улар мәжлестәгеләргә ҡаршы теҙелешеп тороп, ҡоралдарын тоҫҡаны. Ҡунаҡ булыусылар тынысланып та өлгөрмәне, һалдаттар алдына сығып баҫҡан милиция майоры телмәр тотто:
– Иптәш фронтовиктар! Совет иле һеҙҙең киләсәк тормошто ҡайғыртып, йортһоҙ-ерһеҙ, ҡараусыһыҙ ҡалған ғәриптәрҙе махсус дауалау йорттарына урынлаштыра! Бөгөн төндә һеҙ барығыҙ ҙа поезға ултыртып оҙатылаһығыҙ! Йыйынығыҙ!