Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Март 2020, 18:31

Әбүзәрҙән әҙип мәҙәктәре

#Ағиҙелжурналы

Шағир размеры
Бер шағирҙы эшкә алалар. Арыу ғына эшләп йөрөй. Аванс алғас, мөхәрриргә инә был:
– Фәлән Фәләнович, аяҡҡа алырға магазинға барып килергә кәрәк, тотҡарланырмын инде... – тип үтенесен белдерә.
– Ярай, – ти баш мөхәррир. – Иртәгә килһәң дә була.
Иртәгәһенә юҡ был. Ике аҙнанан һуң ғына эшкә килә шағир.
– Йә, аяғыңа алдыңмы? – тип һорай баш мөхәррир.
– Юҡ, – ти теге. – Миңә таман размерын тапманым...
Мөхәббәт шағиры
Шағир Рәми Йәнбәк әйтеп ҡуйҙы:
– Минең шиғырҙарҙың барыһы ла ҡатын-ҡыҙҙар тураһында. Шуға ла мине “Мөхәббәт шағиры” тиҙәр...
– Рәмил ағай, бына бит, эттәр тураһында ла яҙғанһың, – тип бер шиғырын күрһәттем.
– Мин бит эттәр тураһында яҙһам да ҡатын-ҡыҙҙарҙы уйлайым...
Читайте нас: