Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Март 2020, 18:51

Ҡорҙашым тирадаһы. Шахматсы яҙыусылар

#Ағиҙелжурналы #Шахматсыяҙыусылар

Ҡорҙашым Сабир Шәриповта мәрхүм Шәриф Бикҡолға хас һыҙаттар бар, йәғни, ҡаршылағы кешеһен һүҙ менән дөмбәҫләргә ярата. Әлбиттә, ул шаярып әйтә, шулай ҙа... Еңеп барғанда уның һүҙҙәре бик үҙенсәлекле, мәҙәк, хәтерҙә ҡалырлыҡ.
Яҙыусылар араһынан Сабир менән мин иң күп уйнағанмындыр. Тәү осор гел ладьяһыҙ уйнай инем. Әгәр ун партияға бер еңһә, ул һүҙ оҫтаһына әйләнә – конферансьеларың артыҡ торһон
Һуңғы осор гел тигеҙ көс менән уйнайбыҙ. Кешене гел еңеп ултырып булмай, ара-тирә еңелеп тә ҡуяһың. Шул саҡ Сабирҙың теле асыла – түҙеп кенә тор:
– Ҡараңғы ҡына ауылда үҫһәм дә, шәп уйнайым бит, ә
– Светһыҙ ауылда үҫтем. Шахмат та юҡ ине. Ә нисек уйнайым! Каспаровтан кәм уйнамайым мин!
– Йоморомо минең баш? Мә, тотоп ҡара! Мейене үлсәтергә кәрәкме!
– Уҡыған кеше - уҡыған инде. Йөрөһәм йөрөйөм да ҡуям! Шах.
– Яҙыусылар араһында иң талантлы баш минеке. Үҙем тикшерҙем. Наил, һинеке лә нисауа. Но минекенә етмәй! Ҡулың таҙамы? Ҡулды ҡыҫ әле, ҡыҫ!
– Партия еңеүгә етә башлаһа, бигерәк ҡотороп китә, кешеләрҙе саҡыра, ҡысҡыра:
– Килегеҙ. Керегеҙ! Һин кандидатмы әле? Мин хәҙер мастерлыҡҡа кандидатҡа шапылдатып мат ҡуям! Башҡа шахмат уйнайым тип ауыҙ астырмаҫтай итәм. Илатып ҡайтарып ебәрәм мин Наилды! Нисауа, бисәһе йәш, йыуатыр!.. Шах и мат! Шәпме мат? Уй, шәп! Бындай матты Каспаров та ҡуя белмәй! Һин кемдең тренерымын тип яҙҙың әле үҙеңде? Каспаровтыҡымы? Саҡырып килтер, үҙенә лә мат ҡуям. Ҡасып йөрөй минән...
– Ҡайһы яҡтан әле һин? Баймаҡтанмы? Вәт, тотош килегеҙ. Машиналарға, комбайндарға тейәлеп килегеҙ, мат тейәп ҡайтырһығыҙ. Ход будет?
– Һоҡланам мин үҙемә. Ана шул һоҡланыу харап итә ҡай саҡта. Үҙенең күҙе үҙенә теймәһә икән ул кешенең.
Берәйһенә мат ҡуйһа, тағы бер һүҙе бар, имеш.
– Үпкәләмә, йәме. Уйын бит, уйын...
– Еңелгән саҡта Сабир ләм-мим өндәшмәй, фәҡәт ара-тирә.
– Бөгөн баша ауыртыбыраҡ тора ине шул, – тиеү менән генә сикләнә.
Әммә Сабирҙың тирадаһын тыңлау өсөн генә ара-тирә еңелергә була. Был үҙе бер спектакль!
Наил Ғәйетбаев.
Читайте нас: