Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы “Атайҙар даны” наградаһын булдырҙы.
Бүләккә Башҡортостанда биш йылдан ашыу йәшәгән, Рәсәй гражданлығы булған атайҙар дәғүә итә ала. Награда шулай уҡ биш йыл элек етем балаларҙы уллыҡҡа алған, хәрби конфликттарҙа, Ватанды һаҡлағанда балаларын юғалтҡан ир-егеттәргә лә тапшырыла.
Награданы алыу өсөн дәғүәсе эшләгән предприятие коллективтарынан йәмәғәт палатаһына юллама талап ителә. Заявкалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә, комиссия уны 15 майға тиклем ҡараясаҡ.
“Атайҙар даны” наградаһы24 июндә Рәсәйҙә Атайҙар көнөн билдәләгән ваҡытта тапшырыла.