Шуравиҙарҙың тауҙан ҡаса-ҡаса төшөп килеүҙәрен күргән ҡоҙғондар ситкәрәк осоп китте. Егеттәр янған БТР-ҙар эргәһенә килеп етте, тирә-яҡта беҙҙең һалдаттар ята. Бигерәк тә БТР тирәһендә күптәр. Күрәһең, түңәрәк оборона ойошторорға уйлағандар. Бына лейтенанттың мәйете лә ята. Эргәһендә тағы ике йәш һалдат. Был һалдаттар Ринаттар менән хеҙмәткә килгән Һамар егеттәре. Ринат илап ебәрмәҫ өсөн тештәрен ҡыҫты. Ә инде ефрейтор Вася бөтөнләй ергә ҡапланып, иларға кереште.
Сержант бөтөн мәйеттәрҙе лә ҡарап йөрөгән арала Ринат теге остағы янмаған БТР янына барҙы. Тирә-яғын, аҫтын да бик ентекләп ҡарап сыҡты. Юҡ, шикле нәмә күренмәй. Ирекһеҙҙән ҡулы менән тимергә туҡылдатып алды. БТР эсенән тоноҡ ҡына:
– Кем унда? Үҙебеҙҙекеләр булһағыҙ, ҡотҡарығыҙ! Ишектә – растяжка. Шартлай күрмәгеҙ.
БТР эсенән килгән тауышҡа Ринат бер миҙгелгә аптырап торҙо ла, яй ғына командирға һыҙғырҙы. Тегеһе боролоп ҡарауға, бармағын ирененә терәп, ҡулын болғап уны эргәһенә саҡырҙы. Һыҙғырыу тауышын ишетеп, эстән тағы өндәштеләр.
– Кем бар унда? Мине минаға ултыртып ҡуйҙылар. Һаҡ булығыҙ шартларға мөмкин.
– Үҙебеҙҙекеләр. Беҙ хәҙер һине ҡотҡарырға тырышып ҡарайбыҙ. Урыныңда тик кенә ултыр.