Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Март 2020, 18:47

Ышанмаҫ Аҫылғужа. Шахматсы яҙыусылар

#Ағиҙелжурналы #Шахматсыяҙыусылар

Шағир Аҫылғужа менән бәхәсләшеп китһәң, уға ниндәй генә дәлил килтермә, ышанмаҫ, һаман үҙенекен тылҡый торған ғәҙәте бар. Бер мәл Аҫылғужаға:
— Наил Ғәйетбай бик көслө шахматсы икән. Бөтәһе менән дә йә бер, йә ике ладья йәки бөтөнләй ферзын ташлап уйнай, - тип әйткәндәр.
— Ышанмайым! — тигән Аҫылғужа. — Мин ферзһыҙ уйнаһам, Карповты ла еңәм.
Осрашабыҙ Аҫылғужа менән:
— Әйҙә, шахмат уйнайыҡ, — ти был.
Мин баш тартам. Сөнки мөсһөҙ уйнаған кеше менән шахмат уйнауы мауыҡтырғыс түгел. Ир уртаһы кешегә өс йәшлек бала менән көрәшеүҙең дә ҡыҙығы юҡ — бында ла шундай тойғо.
— Ниңә уйнамайһың? — тип төпсөнә Баһуманов. — Ҡурҡаһың бит.
— Юҡ, барыбер еңеләһең.
— Ҡайҙан беләһең? Әйҙә, бер шешә коньякка уйнайбыҙ. Еңелһәм, түләйем. Еңелһәң, һин ултыртаһың.
— Бер йәшник ҡуйһаң да уйнамайым, көсһөҙҙәр менән уйнауы ҡыҙыҡ түгел.
Аҫылғужаның ғәҙәте бар: бер бәхәскә инһә, туҡтай алмай.
— Юҡ, уйнайбыҙ. Юғиһә, һине ҡурҡаҡ, тип һөйләйәсәкмен. Минең менән уйнарға ҡурҡты, тип әйтәсәкмен, — ти.
Риза булырға тура килде.
— Тик мин ике ладьяһыҙ уйнайым, — тим.
— Ике ладьяһыҙ уйнаһам, мин Карповты ла еңәм! Белеп ҡуй!
— Бик һәйбәт. Әйҙә, мине лә ең. Тик бер шарт — әгәр еңелһәң, башҡаса бер ҡасан да уйнамайбыҙ.
— Риза.
Тиҙҙән Аҫылғужа мат алды. Ул ваҡиғанан һуң егерме йылдан ашыу ваҡыт үтте. Аҫылҡужаның башҡаса миңә, шахмат уйнайыҡ, тип әйткәне юҡ. Әммә уңайы сыҡҡанда... "О! Наил — шәп шахматсы ул!" — тип минең абруйҙы күтәреп ебәрә.
Наил Ғәйетбаев.
Читайте нас: