Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Март 2020, 16:14

“Күҙемә күренәһе булма!..”

#Ағиҙелжурналы #Әкәмәт

Вилләр Даутов балалар гәзитенең редакторы сағында булған хәл был. Гәзит художнигы Юрий Чувилин бер көн эшкә иҫереп килгән. Вилләр быны күреп:
– Иҫерек килеш күҙемә күренәһе булма! Бар ҡайтып кит! – тип уны ҡыуып ҡайтара. Бер көн юҡ художник, ике-өс көн юҡ. Аҙна юҡ. Ә гәзитте сығарырға кәрәк. Ахырҙа Вилләр Чувилинға шылтыратырға мәжбүр:
– Нишләп һин эшкә килмәйһең?
Чувилиндың яуабы:
– Үҙегеҙ эскән килеш күҙемә күренәһе булма тинегеҙ бит.
Бынан һуң оҙаҡ эшләне әле Чувилин балалар гәзитендә. Талантлы ине, шайтан!
Читайте нас: