Һауала алыш ҡыҙа. Заданиены үтәп аэродромға йүнәлгән ике истребителгә һис көтмәгәндә әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан өс “мессершмитт” һөжүм итте.
Маргарита командирының өҙөп-өҙөп биргән бойороҡтарын тыңлай, үҙе иһә тирә-яҡты көсөргәнеп күҙәтә. Һан яғынан тегеләр күберәк, тимәк, өҫтөнлөк тә улар яғында. Задание үтәлде, һәм әгәр алышҡа инеп тормайынса быларҙан иҫән-имен ысҡынһалар ҙа, бер кем дә уларҙы ғәйепләмәйәсәк.
– Рита, артыңды һаҡла! – тип әмер бирҙе Степаненко.
Штурвалды ҡыҫып тотҡанға ҡул беләҙектәре ауырта башлаған ҡыҙ самолетын кинәт өҫкә кәйелтә. Ут көлтәһе эргәнән генә зыйылдап осоп үтә, ләкин зыян итә алмай.
Рита шул арала дошман самолетындағы пилоттың асыуҙан салышайған йөҙөн күреп өлгөрә. Сөнки әлеге мәлдә өҫтөнлөк ҡыҙҙың ҡулында – юғары тиҙлектә килгән “мессершмитт” бик уңайһыҙ позицияла ине. Йылдан ашыу ваҡыт ошо һауа юлдарын айҡаған Маргарита был өҫтөнлөктөң нимәлә икәнен бик һәйбәт белә. Уны ҡулдан ысҡындырыу – күрәләтә йүләрлек. Киҫкен маневр яһап, ут көпшәһенән ялтаныу өсөн ун секунд та етер ине лә бит, ләкин дошман пилотының ундай мөмкинлеге булманы. Ут көлтәһе йәнә һибелде, һәм “мессершмитт”тың двигателенән ҡара төтөн борҡолдо. Моторға, күрәһең, ныҡ эләккәйне – самолет күҙ асып йомған арала идараһын юғалтты. Ҡара төтөн йомғағына әүерелә барған осҡос геүелдәп аҫҡа мәтәлде. Бер аҙҙан көслө шартлау тауышы тирә-яҡты һелкетте.
– Маладис, ҡыҙыҡай! – тигән көр тауыш ишетелә Маргаританың