Дөйөм мәҡәләләр
2 Марта 2020, 05:50

Хөкөм

Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс.

Салауат ӘБҮЗӘР
Хөкөм
Халыҡ хәҡиҡәтте даулай,
Дөрөҫлөк, тип оран һала.
Сабырлығы һынһа әгәр –
Ҡулдарына ҡорал ала...
Тик ҡылығы сәйер уның,
Аңламаҫһың “орава”ны.
Булһа һайлау мөмкинлеге –
Һайлай ҡараҡ Варавваны...*
*Варавва – Ғайса ғәләйһиссәләмде хөкөм иткән саҡта халыҡ Варавваны ҡотҡара.
Читайте нас