Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Март 2020, 11:00

Баҙар

Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс.

Салауат ӘБҮЗӘР
БАҘАР
(Шаярып ҡына)
И-и-и, Хоҙайҙың йомартлығы! –
Ҡарап, ҡамаша күҙең:
Ул әфлисун, ул мандарин,
Ул хөрмә, өрөк, йөҙөм...
Тағы әллә ниндәй төрө, –
Телдәреңде йотмалы!
Ожмах үҙе көнләшерлек
Бындағы донъя малы.
Гөрләп торған баҙар буйлап,
Һоҡланып китеп барам:
И-и-и, Хоҙайҙың йомартлығы! –
Аҡсаға ғына һаран...
Читайте нас: