Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Март 2020, 15:50

Марат бабай көлдөрә...

#Ағиҙелжурналы

“Натурморда”
Күргәҙмә залы. Стеналарға натюрморттар эленгән. Бер тамашасы үҙенең белемен күрһәтмәҡсе:
– Мне не нравятся эти натурморды!
Мәскәүҙә Күргәҙмәлә йөрөгәндә, илленсе йылдар буғай, миңә лә шундай “белгестәр” осраны. Ике москвичка һөйләшә:
– Колхозникам показывают синфонию.
– Не говори. Разве они понимают синфонию!
Мин уларҙы төҙәтергә булдым:
– Не синфония, а симфония.
Әммә был төҙәтеүгә уларҙың иҫе китмәне, арттан:
– Вот нашелся еще один колхозник, который не понимает синфонию! – тип әйтеп ҡалдылар.
Читайте нас: