Шәриф ағай көслө генә уйнай ине. Әммә мине иҫкәрттеләр: ул ҡыҙыу кеше, йәне көйһә, шахмат таҡтаһы менән башыңа һуғыуы ла бар. Шуға күрә ағай бик өгөтләһә лә, уның менән уйнауҙан баш тарта килдем. Тик бер бер көндө “Пионер” журналында журналы редакцияһында Динис Бүләковты көтөп ултырһам, Шәриф Бикҡол килеп инде.
- Ә-ә, шахматист! Тотолдоңмо! Фамилияң Ғәбитовмы әле? Мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйем. уйнайбыҙ!
- Юҡ, Шәриф ағай! Мин ашығам.
- Юҡ! Юҡ! Бер партия уйнамайынса китмәйһең. - Ағай шахматтарҙы теҙеп тә ҡуйҙы.
Шахматҡа яҡын да бармайым. Редакциялағы ҡыҙҙар аптырай:
- Ниңә уйнамайһың? Һине көслө шахматсы, тиҙәр бит.
- Еңелһә, бик үпкәләй, һуғыша башлай, тип ишеттем, - тим шым ғына.
Ысынлап та, еңеләм дә ҡотолам! Һ еңәм уйнарға ултырҙым. Шәриф ағай ярайһы ғына уйнай икән. Әммә күп булһа, 15 йөрөштән уға мат ҡуйып була ине. Миңелергә уйлағас, юрамал йомшаҡ йөрөш яһайым.
Шәриф ағай минең һәр йөрөшкә үҙенсә комментарий яһай:
- Наҙан! Кем индерҙе һине Өфөгә? Иртәгә үк ҡайтып кит! Башҡа күренеп йөрөмә! У, пижон! Һиңә шахмат уйнарға түгел, бәҙрәф көрәргә кәрәк...
Һәр әйткән һүҙе әсе, йәнгә тейә, асыуҙы ҡабарта. Тәү уйымдан баш тарты әллә еңәйем дә ҡуяйыммы тигән уй ҙа килә башланы башҡа. Әммә ҡыҙҙарға 1 биргәс, ныҡ торҙом – еңелдем.
Шәриф ағайҙың нисегерәк ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Шул уҡ ваҡытта төрлө мыҫҡыллы һүҙҙәр ҙә әйтә.
- Һине шәп шахматсы, тигән булалар, һин бит бөтөнләй уйнай белмәйһең!
Ярты йылдай ваҡыт үткәс, бер төркөм яҙыусылар Мәскәүгә
Яҙыусылар съеына китеп барабыҙ. Бер нисә әҙип, купеға йыйылып, шахмат уйнай. Еңелеүсе урынынан тора, еңеүсе киләһе дәғүәсе менән уйнай. Араларында Шәриф Биҡҡол да бар. Ул мине күреп ҡалды ла:
- Ниңә уйнамайһың? - тип һорай.
Уға беҙҙең менән уйнауы ҡыҙыҡ түгел, һәммәбеҙҙе ладьяһыҙ еңә ала.
- Булмаҫ! Мин уны тигеҙ көстәр менән еңә алам. Ғәбитов, әйт әле шуларға.
Мин өндәшмәнем. Көлдөм дә үҙ купема киттем. Бер мәл Шәриф ағай килеп еткән.
- Ғәбитов, әйҙә әле, әйт шуларға: мин бит һине еңдем бер тапҡыр. Һин ладьяны ла ташлап торманың. Әйт шуларға. – Шәриф ағай һөрәп тиерлек мине теге купеға алып килде. – Ғәбитов, әйт, дөрөҫ булды бит шул хәл: һине еңдем!
- Ғәбитов түгел, Ғәйетбаев, - тине кемдер.- Фамилияңды бутаған өсөн миңә мат ҡуяһыңмы әллә шуға?
- Тик мин ике ладьяһыҙ уйнайым, - тинем уға. – Шуға риза булһағыҙ – уйнайым, риза булмаһағыҙ – юҡ.
Шәриф ағайға риза булырға тура килде. Мин ике ладьяһыҙ уйнап еңгәс, уның сикәләре, муйындары ҡыҙарҙы.
Икенсе тапҡыр еңелгәс, уның танау остарында, маңлайында тир бөрсөктәре килеп сыҡты
Инде өсөнсөгә лә еңелгәндән һуң, ул ҡып-ҡыҙыл булды һәм:
- Һин бөтөнләй уйнай белмәйһең, размендар яһап ҡына еңәһең, - тип, шахмат таҡтаһын осора һуҡты ла купенан сығып китте.
Ошо ваҡиғаға биш-алты йыл үткәс, ул бер осрашҡанда килеп ҡулымды ҡыҫты:
- Һинең фамилияң Ғәйетбаев бит әле. Афарин, шәп уйнайыһың, - тине.