Ике яҡлап уларҙы утҡа тоталар. Ниһайәт, беҙҙең минометсылар ҙа ҡоралдарын көйләп, тау битләүендәге таштар артында ятҡан дошманға ҡаршы ут асты. Ул да булмай ауыл яғынан да һалдаттар өҫтөнә миналар яуа башланы. Күрәһең, минометтарын алдан уҡ көйләгәндәр. Миналар нәҡ улар ятҡан урынды аҡтарып, ер һөрә башланы. Хәл ҡырҡа киҫкенләште. Сержант рация аша үҙәккә хәлде аңлатып, ярҙам һорап ҡысҡыра. Унан йүнле яуап бирмәнеләр. Рация лейтенантты бәйләнешкә саҡырырға ҡушты, шикелле. Сержант офицерҙың яраланыуын хәбәр итте һәм аты-юлы менән һүгенергә тотондо. Бына ошондай киҫкен ваҡытта урыҫ һүгенеүенең ниндәй оло әһәмиәткә һәм сихри көскә эйә икәнен аңлай башлайһың.
Шуравиҙарҙың хәле бик тә мөшкөл ине. Тағы бер-ике сәғәт ошолай таштар араһында ятһалар, духтар уларҙы берәмләп сүпләп бөтөрәсәк. Егеттәр тирә-яҡҡа һибелеп, кем ҡайҙа йәшеренә алды. Һалдаттар үҙҙәре йәшеренгән урынды нисек булһа ла ҡулдарынан килгәнсә нығытырға тотондо. Өҫтөңә ут яуғанда әллә нимә эшләй алмайһың инде. Тирә-яҡта аунап ятҡан таштарҙы үҙеңдең эргәңә өйә алһаң бик хуп. Окоп ҡаҙыу тураһында уйларға ла түгел. Өлгөрә лә алмайһың. Ере лә таш та мәте. Бер нисә һалдат, яраларына түҙә алмайынса, ауыртыуҙан ҡысҡырып иларға уҡ тотондо. Берәү үлеп ята.