Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Февраль 2020, 12:05

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. Мең дә бер күҙәтеүем.321-се күҙәтеүем: "Атай, мин һине яратам!"Кисә "Карантин һабағы" тигән күҙәтеүемде "Бәйләнештә" селтәренә ҡуйғас, бер дуҫым ғибрәтле хәл тураһында яҙып ебәргән. Уны уҡығас, ныҡ тетрәндем һәм был хаҡта үҙем дә яҙырға булдым. Бер ир күҙҙең яуын алырлыҡ төҫтәге сит ил маркалы машинаһын йыуып бөтөүгә алты йәшлек улы ваҡ таш алып сыймаҡлай башлаған. Быны күргән атаһы сығырынан сығып, ҡулына килеп эләккән ҙур ғына гайка асҡысы менән улының бармаҡтарына һуғып, уларҙы иҙгесләп ташлаған. Табибтар малайҙың бармаҡтарының барыһын да ҡырҡҡандар...

Дауаханала улы атаһына ҡарап: "Атай, минең бармаҡтарым ҡасан үҫер икән?"— тип илаған. Үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән атаһы йүгереп ҡайтып хәҙер инде машинаһын онтай-ҡыйрата башлаған. Шул саҡта ғына ул улының сыймаҡлаған урындағы яҙыуҙы уҡыған. Унда шундай һүҙҙәр яҙылған: "Атай, мин һине яратам!"
Читайте нас: