1982 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡыған саҡ. Бер мәл Киевтан ҡайтып килгән яҙыусы Рәдиф Тимершин миңә һуғылды. Аҡсаһы бөткән, минеке лә юҡ тиерлек. Һуңғы аҡсаларҙы йыйып, эргәләге ҙур, киң барға һыра эсергә киттек. Берәр көрөшкө эскәйнек, кеҫәбеҙ йоҡарҙы. Ҡараһаҡ, залдың уртаһында бер өҫтәл тирәһенә күмәк кеше йыйылған да аҡсаға шахмат уйнай.
Рәдиф әйтә:
Һине бит шахматта шәп уйнай, тиҙәр. Әйҙә, шуларҙы еңеп, аҡса эшләп ал. Юғиһә, һыра эсеп тә туйманыҡ, ашарға ла кәрәк.
Мин әйтәм: ,
- Тәүҙә ҡарайыҡ әле. Бәлки, улар бик көслө уйнайҙыр. Ыштанһыҙ ҡалыуыбыҙ бар.
Ҡарап торам: уйнауҙары минекенән саҡ ҡына хөртөрәк кеүек. Конға 3-әр һум һалалар ҙа, кем еңә, шул 6 һумды ала. Еңелгән кеше тора, уның урынына икенсеһе ултыра.
Мин бәхетте һынап ҡарарға булдым. Кеҫәләребеҙҙәге бар аҡсаны тырнап, 3 һум йыйҙыҡ.
Бына уйнарға ултырҙым. Тәүге партияны еңдем, икенсене... бишенсене... Кеҫәлә егерме һумдан артыҡ аҡса йыйылып китте. Ул осор өсөн ҙур аҡса.
Рәдиф әйтә:
- Етте, киттек!
Урынымдан торайым ғына тигәйнем, яурыныма ауыр ҡул ятты. Ҡараһам, эргәмдә 2 метр буйлыҡ йыуан мужик тора.
- Играй дальше! - ти был.
Мин Рәдифкә ҡарайым. Ул әйтә:
- Бер партия еңелеп, 3 һумды кире ҡайтар. Юғиһә, ебәрмәйәсәктәр.
Мин бер генә еңелгәс, китәйем тигәйнем, теге ҡул йәнә яурынға ятты.
- Играй.
Өс һумды һалдым да йәнә еңелдем. Теге көслө ҡул биш тапҡыр еңелгәнсә ебәрмәне. Бишенсе тапҡыр еңелгәс:
- Ладно иди! - тине.
Байрам итергә беҙгә аҡсаның ҡалғаны ла етте.