Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Февраль 2020, 15:49

МАРАТ ӘМИНЕВ КӨЛДӨРӘ

#Ағиҙелжурналы #Юмореска

Ураҙа
Бер һүҙле кеше ул Халиҡ. Әйттеме - бөттө, хет ер убылмаймы, барыбер вәғәҙәһен үтәй.
- Быйыл ураҙа тотам, - тип шаҡ ҡатырҙы ул бөгөн иртән. Бүлектәге ирҙәр тел шартлатты, ҡатын-ҡыҙ аһ итте, бер нескә күнеллеһе күҙҙәрен һөрткөләне.
- Сауабы ла булыр, дурт-биш килограмм ауырлыҡтан ҡотолоу ҙа мешать итмәҫ, - Халиҡ, халыҡтың сәбәләнеүенә иғтибар ҙа итмәй, үҙ алдына һөйләнде.
Халиҡ ошо көндән коллективта иң ихтирамлы кешегә әүерелде. Бәй, шулай булмай, төшкө аш ваҡыты етһә, йүгерә-атлай ашханаға йүнәләбеҙ, унан тыш көнөнә өс тапҡыр берәр сәғәтләп тәмләп сәй әсәбеҙ, эшкә тотоноп өлгөрмәйһең, ҡайтырға ла ваҡыт етә. Ә бит Халиҡҡа былар тәтемәй, ул бит көнө буйы ас!
Ас хәлен туҡ белмәй, тиҙәр. Дөрөҫ түгел, беҙҙең коллектив яҡшы белә. Халиҡтың хәлен еңеләйтеү өсөн өйҙән тәмле-татлы ризыҡ ташыу беҙҙен өсөн намыҫ эшенә әүерелде. Кем ҡаҙ бәлеше, кем салат, кем тауыҡ һурпаһы алып килә. Эш бөтөр алдынан һунғы тапҡыр сәй эскән мәлдә быларҙың барыһын да Халиҡ алдына ҡуябыҙ: уның ауыҙ асыу ваҡыты етә бит. Бер ҡулына ҡаҙ бото, икенсе ҡулына ҙур ҡалаҡ тотҡан Халиҡ яйлап ҡына ризыҡ ейергә тотона, ике-өс тәрилкә һурпа эсеп алғас, юҡҡа мәшәҡәтләнәһегеҙ, өйгә ҡайтҡансы түҙер инем, тип һөйләнеп ала ла салаттарға, бәлештәргә йәбешә. Беҙ иһә, сәйҙе лә онотоп, уға ҡарап һоҡланып ултырабыҙ. Замана геройын ситтән дә эҙләргә кәрәкмәй, бына бит, арабыҙҙа ғына, көнө буйы ыһ та итмәй ас тора ала.
Бер көндө тамам ҡурҡытты был Халиҡ. Ғәҙәттәгесә, алдында тауҙай өйөлөп ялҡан ризыҡты йыпырғас, әпәр итеп торорға маташҡайны, аяҡтары тотмай, ҡабаттан лып ултырҙы был урынына.
Бәй, был Халиҡ аслыҡтан тамам хәлһеҙләнгән дә! Беҙ ҙә инде бешмәгән, күмәкләп уның бер үҙен ҡарай алмайбыҙ, күрәләтә аяҡ һуҙа лаһа иптәш. Иртәгәнән үк ташыған ризыҡ күләмен икеләтә арттырҙыҡ. Ғәжәп, тик хеҙмәттәшебеҙҙең мөмкинлектәре сикһеҙ үк түгел икән.
- Аппетит юҡ ул минең, - тип килешә Халиҡ үҙе лә. - Иртән бер табан бәрәнге менән дүрт йомортҡа ашағайным, тамаҡҡа башҡа бер нәмә лә бармай, ярай ҙа бер тәрилкә билмәнде көскә ашап бөттөм. Кисен тағы шул хәл ҡатын ашын, былауын, бишбармағын бешереп көтөп тора, ашамаһаң үпкәләй көнө буйы ас йөрөп ашҡаҙаның боҙола бит, тип тиргәй. Ураҙа тотоу бик еңел түгел икән. Лутсы диетаға ултырам мин, ун-ун биш килограмды ташларға ине.
Халиҡҡа ураҙа тотоу ниңәлер килешмәне, ябығыу урынына туптай һимерҙе лә китте, әллә аслыҡтан шешенде, белмәҫһең. Әйҙә, диетаға ултырһын. Былай бер һүҙле кеше ул, әйттеме - бөттө, хет дауыл ҡупһын, туфан ҡалҡһын, әммә вәғәҙәһен үтәйәсәк.
Читайте нас: