Ағиҙел
-4 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Февраль 2020, 12:00
Хисмәт Юлдашев
Шағир Хисмәт Юлдашев менән күрешмәүебеҙгә байтаҡ булып киткән икән. Редакцияға килеп һағындырып ҡына килеп сыҡты. Буш ҡул менән түгел, әлбиттә. Журналдың алдағы һандарында шағирҙың күстәнәсен Һеҙ ҙә ауыҙ итерһегеҙ, журналыбыҙҙың хөрмәтле дуҫтары!
Хисмәтулла Юлдашев
Башҡортса һөйләшкәндә
Мин башҡортса һөйләшкәндә,
Әйтерһең атлы казак.
Туған тел һөймәүселәрҙе
Аттан тапата яҙам.
Юҡ, уларҙың ат өҫтөндә
Күргем килә сапҡанын.
Йөрәкһеп тойорҙар ине
Башҡорт ҡаны аҡҡанын.
Мин башҡортса һөйләшкәндә
Ат егәмен арбаға.
Үҙәгемде тәмле һыулы
Туҡ-Сораным арбаған.
Мөхзәмәтша Буранғол да,
Дауыт Юлтый, Агиш та
Бөтәһе лә шунан эскән,
Һыуҙары бер инештән.
Соран буйҙарынан үтһәм,
Юҡһынам, Бикбай, һине.
Башҡортостан был яҡларҙан
Башланған булыр ине.
Ырғыҙ, Кәмәлек буйҙары
Бер ҙә түгел миңә ят.
Иҙел буйҙарында йәйрәп,
Ата-бабам йөрөгән яҡ.
Мин башҡортса һөйләшкәндә
Ауылға ҡайтып барам.
Туған телдәр ҡалаларҙы
Яулар, тип хыялланам.
Ҡайтам да ҡарап ятамын
Әсәй яҡҡан усаҡҡа.
Мәңгелек менән һөйләшәм
Кеүекмен был остраҡта...
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?