Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Февраль 2020, 20:14

Фашланыу. Шахматсы яҙыусылар

#Ағиҙелжурналы #Шахматсыяҙыусылар

Тәү мәлдәрәк үҙемдең көслө генә уйнауымды дуҫ-иштәргә һиҙҙермәй йөрөнөм. Нимәгә кәрәк? Улар менән уйнарға йыйынмайым, сөнки күреп йөрөүемсә, улар миңә ҡарағанда күпкә йомшаҡ уйнай. Шулай ҙа Сибай ҡала беренселегендә даими ҡатнаша инем һәм йыл да чемпион исемен яулай торғайным. Ошо хаҡта "Совет Башҡортостаны” гәзитендә хәбәр күренеп ҡала. II
Минән яҙыусылар һорай торғайны:
- Шахмат буйынса Сибайҙың чемпионы ниндәйҙер Наил Ғәйетбаев, тиҙәр. Шул һин түгелме ул?
- Юҡ, - тип алдайым да ҡуям. - Минең аҙаш ул.
Көслө уйнауым барыбер тора-бара беленде.
...80-се йылдарҙа Агиш Ғирфанов менән Стәрлетамаҡҡа командировкаға барҙыҡ. Кис Агиш ағай урындағы бер журналист менән шахмат уйнарға тотондо. Мин, уйнай белмәйем, тигән һылтау менән, карауатта китап уҡып ятам. Оҙаҡ кына уйнаны, талашып та китәләр. Ишетеп ятам: журналист йышыраҡ еңә.
Бер мәл Агиш Ғирфанов әсенеп әйтеп ҡуйҙы:
- Эх, Наил, исмаһам, һин уйнай белмәйһең! Уйнай белһәң, ярҙам итер инең. Кәрәкте бирә бит был!
Мин шаярырға булдым. Шуға торҙом да әйттем:
- Өйрәтегеҙ һуң уйнарға. Мин хәҙер уны еңәм!
Улар икәүләшеп көлөштө. Ә мин юрамал ныҡыша башланым. Шунан тегеләр фигураларҙың нисек йөрөгәнен күрһәттеләр ҙә, теге журналистҡа ҡаршы уйнарға ултырттылар. Журналист ферзһыҙ уйнарға булды. Мин, әлбиттә, еңелдем, шунан.
- Миңә ферзды ла, королде лә һаҡларға тура килә, шуға еңелдем, ә һеҙ королде һаҡлайһығыҙ, шуға еңдегеҙ, - тинем. пеҙ корол
Агиш ағай менән журналист шарҡылдап көлдө.
- Ферзь бит иң көслө фигура! Ул еңергә ярҙам итә.
Ә мин үҙемдекен тылҡыйым:
- Яҡшы, хәҙер ферзһыҙ уйнайым. Шул саҡта мин еңәм!
Журналист көлдө лә ризалашты. Мин ферзһыҙ уйнағас, бөтә көсөмдө һалдым һәм еңдем!
Агиш ағай менән журналистың күҙе шар булды. Улар бер ни аңламаны.
- Хәҙер һеҙ ферзһыҙ уйнағыҙ әле, - тим. Ул саҡта һеҙгә уйнауы еңел буласаҡ.
Журналист ферзһыҙ уйнағайны, мин юрамал еңелдем.
- Бына күрәһегеҙме, ферзь уйнарға ҡамасаулай ғына!
Инде һуң ине. Тағы бер-ике партия уйнаныҡ. Әммә ферзһеҙ уйнаған гел еңде, ферзы булған - еңелде. Ахырҙа шаҡ ҡатҡан журналист башын тотоп ҡайтып китте.
Иртәгәһенә беҙ ҙә Өфөгә юлландыҡ. Автобуста Агиш ағай төпсөнә башланы:
- Юҡ улай булмай! Нисек инде ферзһыҙ уйнап еңергә мөмкин. Һин алдашаһың. Һин көслө уйнайһың!
Агиш ағайҙы бер аҙ аптыратҡандан һуң, үҙемдең мастерлыҡҡа кандидат икәнемде әйтергә тура килде. Агиш ағай шарҡылдап көлдө. Ана шулай яҙыусылар араһында көслө шахматсы икәнлегем билдәле булды.
Читайте нас: