Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев иҫтәлегенә
Реанимацияла ике донъя араһындағы шағир Әхирәткә күскән дуҫтары Рәми Ғарипов менән Тимер Йосоповто һаман тере, тип белеп, ҡайғыртып ятты.
Әллә нисек көтмәгәндә киттең,
Өлгөрмәнем хатта һүҙ ҡатып.
Рауил ағай! Йасин сыҡтым һиңә,
Доғаларым ҡалһын оҙатып...
Һуңғы һулышҡаса: “Рәми!” – тинең
(Әйтерһең дә тере, сәләмәт!), –
Тимер ҙә юҡ... Хәле нисек икән?
Күрә ҡалһаң әгәр, сәләм әйт!
...Һыу ғына бир әле, эй, һыуһаным!”
Мин һыу һонам – йөҙө йылмая:
“Бабичҡа ла һәйкәл асыла, тип,
Ҡыуандырҙың әле һин бая...”
– Һеҙ ҙә килерһегеҙ тантанаға!
– Киләм! Киләм! Яҙһын килергә...
Китә ҡалһам, йәнә шағир булып,
Их, тыуаһы ине был ергә!!!
...Шул күрешеү һуңғыһы бит булған
(Насип итһен ине тағы ла)!
Китте шағир. Үҙен һағынып көткән
Тимер ағай, Рәми янына...
Хушлашмайым... Шағирҙар бит үлмәй –
Ғәмһеҙҙәргә йөрөй ҡуҙ атып,
Улар бары Мәңгелеккә күсә,
Кешелектең рухын ҡуҙғатып.
Шағирҙарҙың ғүмере ҡисса кеүек,
Йырҙары ла – доға, әйтерһең...
Илкәйемдең аҫыл улдарына,
Рауил ағай, сәләм әйтерһең!
Һин беҙҙән дә сәләм әйтерһең...