Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Февраль 2020, 11:50

Ғәлиә Кәлимуллина

Шайморатов генерал112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры,Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына120 йыл тулыуға арналған саралар айҡанлы.

Ғәлиә Кәлимуллина
Шайморатов генерал
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры,
Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына
120 йыл тулыуға арналған саралар айҡанлы.
“Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды киң Урал.
Ат уйнатып, алдан бара
Шайморатов генерал...”
Ҡ.Даян һүҙҙәренә яҙылған киң билдәле йырҙан
Аңыбыҙға һеңгән ошо исем,
Ҡаныбыҙға һеңгән йыр булып.
Йырға әйләнде лә ҡайтты батыр,
Батырлығы ҡалды сер булып...
Уң ҡулында – Буденныйҙан алған
Бүләк ҡылыс – тоғро ҡоралы.
“Беҙ – Салауат тоҡомдары!” – тигән
Анты булған һуңғы ораны.
Халыҡ белде: утта яндырманы,
Һыуға батырманы Батырын;
Ат өҫтөндә яуға ингән батыр,
Ат өҫтөндә кире ҡайтырын!
Асығыҙсы Өфө ҡапҡаларын!
Киңерәк итеп!
Аса һалығыҙ!
Уттан сығып, батыр ҡайтып килә,
Ҡайтып килә атлы даныбыҙ!
Читайте нас: