Һуғыш башланған көн. Хәтер көнө –
Мамыҡ осорған көн тирәктәр.
Яуҙа йөрөп илгә имен ҡайтҡан
Ветерандар хәҙер һирәктәр.
Хәтер көнө. Хәтәр көнө йылдың
Булған етмеш дүрт йыл бит әүәл...
Ватаным бит оло Еңеү өсөн
Ул-ҡыҙҙары менән түләгән...
Хәтер көнө. Ерҙе сәскә япҡан,
Бәрхәт кенә сағы үләндең.
Том-том китаптар ҙа һыйҙыралмаҫ
Беҙҙең ата-баба күргәнде.
Һуғыш сыҡҡан көн ул – хәтер көнө,
Данлы-шанлы йылдар ауазы.
Һуғыш бөтмәй, тиҙәр, ҡуйылмаһа
Һуңғы һалдат үткән яуҙағы...
Хәтер көнө. Иҫкәртеүсе набат,
Киҫәтә ул: "Яу ҡупмаһын ҡабат!"
Хәтер көнө. Йөрәк тибеше ул –
Ҡабатлаусы беҙгә: "Гел уяу бул!".
Хәтер көнө. Хәтерендә илдең:
Күҙ йәше лә, шатлыҡ йәштәре лә.
Етмеш дүртенсегә Еңеүсегә
Миҙал булып ҡояш күтәрелә...