Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Февраль 2020, 15:55

Тау йылғаһы ярһыу аға...

Ринат Шәйбәковтан повесть

Бер аҙҙан үрҙән тағы ла боҙҙар күренде. Бик хәтәр килә, тауыш әллә ҡайҙан ишетелә. Яр буйына йыйыла башлаған халыҡ хәүефләнә:
– Мыныһы Манажы тирәһенән ҡуҙғалғанылыр инте, ул та алып китә амаһа...
– Бик көслө килә, Бирйән тамағынан бумаһа әле ул.
– Ул-был була ҡаһа тау яғына сығып ҡалыу өсөн әҙер торайыҡ әле...
Ул арала ҡеүәтле боҙ ағымы Таштөбөнән өҫтәге тығынды йырып, ҙур көс менән әле ҡуҙғала алмай ятҡан ауыл ятыуы боҙҙарын вата башланы. Шул арала һыу ҙа һиҙелерлек күтәрелеп, Оҙонуй тамағындағы йырынға тулды. Һыу ташыуы ла, өҫтән килгән тығын көсө лә ярҙам иткәндер, әле генә бирешмәҫтәй күренгән ятыу боҙо ыңғыраша-ыңғыраша, ярылып, һынып, тәүҙә яй ғына, аҙаҡ шәбәйә барып ауыл осондағы аралға табан ынтылды.
– Арал башын ҡуҙғатты, оло яғынан китә... – күпер бураһы өҫтөнә менеп баҫҡан малайҙар һөрәнләй. Ҡайһы аралалыр тау итәгенә ҡасырға әҙерләнеп бөткән халыҡ та күрә, Оҙонуй тамағына керә башлаған һыу ҡапыл кире ынтылды, ағым менән төшөп өлгөрмәгән боҙҙар йырын тултырып ятып ҡалды.
Читайте нас: