Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Февраль 2020, 14:50

Моң

Күңелемдә әллә ниндәй бушлыҡ,Уйҙарымдан хатта арыным...Көтмәгәндә, Өфө урамындаБерәү ярһып тартты гармунын.

* * *
Күңелемдә әллә ниндәй бушлыҡ,
Уйҙарымдан хатта арыным...
Көтмәгәндә, Өфө урамында
Берәү ярһып тартты гармунын.
Үҙәктәрем ҡапыл өҙөлгәндәй,
Күҙҙәремә йәштәр төйөлдө.
Хәтерләтте ошо илаһи моң
Тыуған ауыл, тыуған өйөмдө.
Эх!..
Ҡолас киреп бер йырларға микән,
Иларғамы әллә үкереп?!.
Моңға тулған йөрәк шартлар һымаҡ,
Күкрәк гүйә тартҡан бер күрек.
Уйна, дуҫым! Уйна, әйҙә, уйна, –
Моңдарыңдан булһын сәсәрлек!
Ошо донъяларҙа бары моңдар
Булған өсөн генә йәшәрлек!
Читайте нас: