– Егеттәр, күҙгә бәреп күренгән фактты инҡар итеү мөмкин түгел, был сибәргә фәҡәт мин генә лайыҡмын шикелле, шулай булғас, ҡамасауламағыҙ!
Уҡырға Армиянан һуң килгәнмен, башҡаларҙан ике-өс йәшкә олораҡмын. Хәрби хеҙмәттән старшина дәрәжәһендә ҡайтҡанлыҡтан үҙемде утты-һыуҙы кискән, күпте күргән, күпте кисергәнгә иҫәпләйем. Шуға курсташтарым тиҙ арала минең кире ҡаҡҡыһыҙ өҫтөнлөктө танып буйһона башланы, мәгәр уларҙы ипле өндәшеү, нигеҙле дәлил, нескә мәрәкә, кинәйәле ирония менән еңәм, алдырам. Ауыл мөхитендә тәрбиәләнгәндәр шаяртыуымды тейешле кимәлдә ҡабул итә һәм аңлай, ҡайһы саҡ үҙҙәре үк ҡыҙыҡты тапҡыр һиҙеп алып уны лаҡапҡа, көлкөгә борорға әҙер.
Был юлы ла Рәмил элә һалып алды:
– Бәхәс юҡ, абзый, һинең һымаҡ үҙенсәлекле ташбыуат экземплярҙары һирәк осрай хәҙер, өҫтәп әйтер инем, бөртөкләп хисапланыр кимәлгә ҡалып бараһығыҙ, әйтерһең Васнецовтың “Три богатыря” картинаһынан тереләй килеп төшкән алпамышаһың, суҡмар, һуйыл ғына етмәй, иллә күпме генә көсөргәнһәң дә тырышлығын бушҡа сығыр, педагогика факультетындағы белем ташының өҫтөндә моңайып ултырыусы Алёнушка һиңә ҡарамаҫ, һымаҡ… – Оҫта итеп тел сарларға уны ғына ҡуш инде!
– Нишләп улай тиһең, һин әйтмешләй, һоҡландырғыс, йәрминкәгә сығарырҙай төҫ-баш, һомғол буй-һын башҡаларҙа юҡ та баһа!
– Әрһеҙ-мөгөҙһөҙҙәрҙе янына яҡын юлатмайҙыр, әҙәпле-тәрбиәлеләр менән генә аралашалыр, тиеүем, ни тиһәң дә төпкөлдән килгән ауыл балаһы…
– Һеҙҙең арала вежливыйҙың иң скромныйы, илтифатлының хайран баҙнатһыҙы, тел биҫтәһенең оялсан йомоғо моғайын да миндер әле.
Камил менән Хәбир шуҡ йылмайҙылар:
– Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, егеттәр, Рәмил, һин теге шәп күлдәгеңде биреп торорһоң, Камил, күн курткаңды эҙләп аҙапланма, ул минең өҫтөмдә булыр, ә һиңә Хәбир лекцияларҙан һуң бүлмәгә бикләнеп трусиксан ултырып торорға тура килер, дефициттың дефициты, модный джинсыңды алам! Һуңғыһы – һылыу ҡыҙға буш кеҫә менән яҡынлап булмағанлығы көн кеүек асыҡ, сәскә-маҙар, туңдырма, икенсе-өсөнсөһө кәрәк, тигәндәй, йыйылышып ай аҙағынаса үтескә биреп торорһоғоҙ, аҡсағыҙ бөтһә ураҙа тоторға ла тура килер, ни хәл ҡылмаҡ? Бына, күрегеҙ ҙә тороғоҙ, иң күп тигәндә бер айҙан ҡыҙ минеке буласаҡ!
– Буйың етмәҫтәйгә үреләһең…
– Ҡаба алмаҫтайға ымһынаһың…
Егеттәр шикләнеүҙәрен белдереп, шаулашып алды.
Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, шулай итеп әрһеҙлегемде, һөмһөҙлөгөмдө, телдәрлегемде эшкә егеп, ҡыҙ артынан саба башланым, бер тотам ҡалмайым тегенән, күренеп ҡалһа өтәләнеп янына барып етә һалам, уҡыу залында тап итһәм, ҡабырғаһына терәләм. Буш ваҡытымда, сыуаш һүҙлеген алып, тырышып-тырмашып ят һүҙҙәр ятлап аҙапланам.
Әмәлгә баҡҡандай, шул осор, Сыуашстан театры гастролгә килгәйне, “Кай-кай Ивана” йәғни “Выйди, выйди за Ивана” комедияһын күрһәтә икән, ҡыҙҙы шунда саҡырҙым. Уйын-көлкөгә ҡоролған күңелле музыкаль комедия. Тамашасылар спектакль барышында һындары ҡатып көлә, томаналай бер ни төшөнмәһәм дә, үрмәксенән күрмәксе, тигәндәй, мин дә уларға ҡушылған булам. Аңламай, аңғармай көлөү һантыйланып үҙеңдән көлөүгә бәрәбәр икән ул.
Ваҡыт үтә торҙо, был ҡыҙ мине үтә яҡынлатмай ҙа, эргәһенән дә ҡыуып ебәрмәй, итәғәтле, рәсми дуҫлығыбыҙ, ҡайнар ҙа түгел, һалҡын да, йөрөйбөҙ шулай, көн менән төн төҫлө, Саҡ менән Суҡ ише. Ярты йылдан ҡыҙ районынан бер егетте эйәртеп килде лә минең менән таныштырҙы:
– Ошо минең йәрәшелгән кейәүем була инде… Яңы Йыл байрамында туйыбыҙ!
Асҡан ауыҙымды йоморға онотоп ҡаттым да ҡалдым, бына һиңә, мә! Аптырауым, ғәжәпкә ҡалыуым шунан, егет йәмһеҙҙең-йәмһеҙе, иң күрмәлекһеҙҙәрҙе бер рәткә теҙеп ҡуйһаң, ул моғайын да шул ҡойтолар ҡороноң иң һуңғыһы уҡ булмаһа ла артҡы урындарҙың береһен биләр ине. Кәмһетеп, ҡыйырһытып әйтмәйем, билләһи шулай: тәбәнәк, тыңҡыш буй, ерән, юҡ, еҙ төҫөндәге сәс, ҡыҙара бүрткән һипкелле йөҙ, тумжыҡ танау өҫтөнөн ҡараған баҡыр күҙҙәр, арыш башағылай тырпайған ҡаштар. Өҫтәүенә килешһеҙ, ауылса итеп кейенеп алған, булмышы – колхоз баҙарында көнбағыш, картуф һатып тороусы сауҙагәргә тиң!
Иртәгеһен мин уларҙы тағы ла урамда тап иттем дә тағы ла бер асыш яһаным – кейәү йораты шул арала күрмәлекленең һөйкөмлөһөнә әүерелгән дә ҡуйғансы: еҙ сәстәре бөҙрәләнә төшкән, һурылып ҡояшҡа ынтылған ҡыяҡ ише буйға ла үҫеп, тартылып киткәндәй, һайыҫҡан йомортҡаһына биргеһеҙ сыбары ла алтын ҡомолай емелдәп күренә, ә күҙҙәр инде ниндәйҙер эске йылылыҡ бөркөп балҡып яна… Баҡтиһәң, ҡыҙҙың икенсе яртыһы булмағанмын, булыу ғына түгел, яҡын да юламағанмын, ирекһеҙҙән егетте үҙем менән йәнәш ҡуйғайным, теге, бар йәһәттән дә мине уҙҙы ла китте.
Бына бит сибәргә йәнәш булыу нишләтә! Күктә лә Тәңре: ”Бер сибәргә бер йәмһеҙ!” тип ғәҙел итеп бүлеп ултыра, ти. Ана шул сибәр менән йәмһеҙҙән һоҡланғыс, айырылғыһыҙ пар хасил була. Тағы егет ысынлап та мөкиббән китеп был ҡыҙға ғашиҡтыр, ә бар йөрәктән, саф күңелдән һөйә белгәндәр генә ян-тирәне, көнитмеште күркәмләгән, яҡты, нурлы иткән матурҙың-матурына әүереләләр! Быныһы инде тормош дөрөҫлөгө, ҡағыҙға яҙылмаған йәшәйеш ҡануны!