Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Февраль 2020, 11:25

һалсылар

“Ағиҙел” дуҫтары, журналыбыҙҙың өсөнсө һаны моронлай башланы. Белеүегеҙсә, редакция штурвалы артында хәҙер яңы капитан – яҙыусы, драматург Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин.

“Ағиҙел” дуҫтары, журналыбыҙҙың өсөнсө һаны моронлай башланы. Белеүегеҙсә, редакция штурвалы артында хәҙер яңы капитан – яҙыусы, драматург Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин. Әлбиттә, яңы капитандың үҙ курсы буласаҡ, ләкин маҡсат бер – уҡыусылар яратып уҡырлыҡ журнал сығарыу. Ә Һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтар, бер генә үтенесебеҙ бар – башҡорт әҙәбиәтенең көҙгөһө булған “Ағиҙел”ебеҙҙән айырылмайыҡ!
Әйткәндәй, өсөнсө һанда Һеҙҙе шәп әҫәрҙәр көтә. Шуларҙың береһе – Ринат Шәйбәковтың “Тау йылғаһы ярһып аға...” тигән повесы. Халыҡсан тел менән яҙылған ошо әҫәрҙән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
Этһеймәҫ тигән ер һуҡтыра тәк һуҡтыра, эйелеп һыу эсергә лә, бабайкаларға һыу һирпергә лә мөмкинлек юҡ, хатта көҫмәндәрҙә бабайкалар ыңғыраша башлай. Өс бөгөл бер-бер артлы, һыуға ятыҡ ағастар күп.
– Миҙхәт, аң ғына бармаһаң бабайкаһыҙ тороп ҡалырһың, ағасҡа эләктереп ҡуйма.
– Ярай, ағый, ярай!
Их, был “Ярай-ярай”. Тәки имгәтте бит бабайканы, шөкөр, бөтөнләй аҡтарып сығарманы. Һуңғы бөгөлдә уртала бер түмәр ултыра, шуға килеп менмәһәләр ярай ине лә. Тегенең бабайкаһы юҡ кимәлдә, икенсе кәшмәне эләктерҙе бит, тәки, саҡ күренеп торған түмәргә.
– Ташла бабайкаңды, бында йүгер, инәңде...
Икәүләп йән асығына ишеп, арт яҡты кәрәк яҡҡа әйләндерә алдылар. Ярай һыу шәп, ауыр арт яҡ түмәр өҫтөнән кәшмәне һөйрәп төшөрҙө. Бына, бер аңра арҡаһында ҙур бәләгә тарый яҙҙылар. Нисауа, ул тиклем зыян юҡ һымаҡ. Арт менән ярға яҡынайыуы ғына ауыр буласаҡ, ни эшләйһең... Алдан һөйләшкәйнеләр, имен-аман үтһәк туҡтарбыҙ, тип. Рәифтәр яҡҡайны һалдарын, Миҙхәт һөрәнләй һалды:
– Арҡанды тотоғо-о-оҙ!
Ишә торғас, арт яҡты ярға ап-аруҡ яҡынайта алдылар. Тегеләр һалдарына баҫып ырғытҡан арҡанды эләктерҙеләр, икәүләп тарта торғас үҙ һалдарына яҡынайтып, уның аҫтына төшөрҙөләр. Миҙхәт ни, ғәйебен һиҙә, ярға яғылған һалға һикерә һалып, осона еткәс яр ситенә ырғып, алдан Рәифтәр ҡағып әҙерләгән ҡаҙыҡтарға арҡанды бәйләй һалды. Сәй ҡайнатырға ҡуйғайнылар, бергәләп бәрәңге бешерергә һалдылар. Йыһангир һалды тикшерә башланы: түмәргә эләккән кәшмәнең бер нисә урында йүкәһе өҙөлгәйне, ярай һаллаған саҡта һәр бүрәнәне икегә төйнәп нығытҡас, әллә ни бирешмәгән. Запасҡа алынған йүкәләрҙе бүрәнә араһынан һыуҙан алып нығыта башланы. Оҙаҡламай Ғәни ағалары ла күренде. Арҡан ырғыттылар, күмәкләп тартып тиҙ генә һалды туҡтатып бәйләнеләр. Хәлде һөйләп бирҙе Йыһангир, ағаһы тиҙ генә запас таҡтаны алып, ярыҡ бабайканы алмаштыра башланы. Мәһәҙи ағайҙар ҙа бер аҙ этләнгәндәр икән, был юлы Фәрүәз уның ише. Икеһе лә үҙ һүҙле, бәхәсләшеп килеп Һәүәләйҙә ҡойроҡто ҡырсынға һуҡтырғандар. Ярай оҙаҡ маташмағандар, күҫәкләй торғас төшөрә алғандар. Төшөрөрлөк булғас ҡысҡырып торманыҡ, ти Фәрүәз. Ғарифтарҙың төркөмө Аҫауҙан аҫта яҡҡандар икән. Оҙаҡламай башҡалар ҙа килеп етте. Улар килеүгә һал рәтләнеп бөткәйне.
– Ну, энем, артабан алда барыу тураһында уйлама ла, йәме! Саҡ үҙеңде һыуға һирпмәне бит, батып үлә инең дә...
Миҙхәт шым ғына башын эйҙе, ҡойроғон бот араһына ҡыҫҡан ғәйепле алабайға оҡшап ҡалғайны ул...
Был Этһеймәҫтә үткән йылдарҙа булған мажараларҙы иҫтәренә төшөрә-төшөрә сәй эстеләр. Ғәни ағайҙың Оҙондарҙа оятҡа ҡалғанын да иҫләп, көлөп алдылар.
Бер йыл шулай, икенсе көнгә төштән һуң һаллап та бөткәндәр, шунда уҡ Туғанаштан ағып Аҫауға килеп ҡунғандар, иртә менән ары аҡҡандар. Оҙондарҙы үткәндә иртәнге томан таралып алған арала яр буйында ымһындырғыс боттарын ялтыратып кер сайҡап торған бер йәш ҡатынды күреп Ғәни:
– Еңкәү-ү-ү, “малайым” уянты лау... – тип ҡысҡырған. “Еңгә”һе лә бик “үтеп сыҡҡан” булған:
– Эй-й-й “ҡәйне-е-еш”! Иртән ни, "малайың" бес итергә торғандыр ул, аяғын тота һал!
Иртәнге тауыш Инйәр буйлап әллә ҡайҙарға тарала. Алдағы бер һалдыҡылар ҙа, арттан килгән ике һалдыҡылар ҙа Инйәр буйын яңғыратып һаһылдашалар. Байтаҡ күҙен астырмай көлөп йөрөнөләр үҙенән.
– Дә-ә, ағый, бар бит шунтай шәп бисәләр, бүтәнсә ауыҙ асмаҫлыҡ иткән тә үҙеңте, – быныһы Нурғәлим һүҙҙәре.
– Ҡуй инте, малайлар, шул тик тормаҫ телем бар, шуның арҡаһынта күреүҙәрем, – тип көлөп кенә ҡуйҙы Ғәни ағай...
Читайте нас: