Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Февраль 2020, 15:35

Йылдар аша һөйләшеү...

– Йә, һаумы, әти…әтием… Бик оҙаҡ килдем… килдек… 72 йыл кәрәк булған һинең яныңа килергә…

– Йә, һаумы, әти…әтием… Бик оҙаҡ килдем… килдек… 72 йыл кәрәк булған һинең яныңа килергә… Күп, бик күп йылдар, әммә, шөкөр, килдек… «Әти, әтием» тип өндәштем дә, ниндәйҙер сәйерeрәк хистәр солғанышында ҡалғандай булдым. Ул изге һүҙҙе әйтмәгән бала юҡтыр ер йөҙөндә. Беҙ ҙә – минең быуын – һуғыш заманында донъяға килгән балалар ҙа әйтә инек. Күбебеҙҙең атайыбыҙ булмаһа ла – уларҙы ҡәһәрле һуғыш йотҡан, ти инеләр, ул һүҙһеҙ йәшәмәй инек. Бер генә нәмә аңлашыла ла, аңлашылмай ҙа: нишләп Ринаттың, Исмәғилдең, Рәйсәнең, Әмирҙең, Роберттың, тағы ла кемдәрҙеңдер атайҙары бар, ә күбебеҙҙең юҡ? Улар «әти, атай» тип тәғәйен кешегә өндәшәләр, тәғәйен кешегә мөрәжәғәт итәләр, ҡыйын булһа уның янына йүгереп баралар, күҙ йәштәрен уның алдында ҡоялар, уға ҡарап йылмаялар, ҡыуаныстарын еткерәләр, яҡлау эҙләйҙәр, табалар. Ә минең кеүек, ғөмүмән, минең быуын малай-ҡыҙҙарҙың «әти», «атай» тип йә илай-илай, йә бошона-көрһөнә, йә өмөт-ымһыныу, йә маһайыу-ғорурланыу менән өндәшеүебеҙ бер ҡайҙа ла, тәғәйен бер кемгә лә барып етмәй, ҡаҡлығып кире килеп «әү, балам», «ҡуй, илама», «әләкләшмә» тип ҡыҙыҡһынмай, аңлатмай, йыуатмай, тынысландырмай. Әрләмәй ҙә, яуап та ҡайтармай. Әйтерһең, минең әтием юҡ… Ә ул бит бар, булған. «Булған» шул, шуға ла өнө юҡ. Булған, хәҙер юҡ. Һуғышта һәләк булған.
Читайте нас: