Гөлфариза еңгә буй тиһәң буйынан килмәгән, төҫ тиһәң төҫөнән уңмағандар ҡоронан. Һылыулыҡ туйҙа ғына килешә тиһәләр ҙә, 30 йылдан ашыу арҡа йылытышып бергә йәшәгәндән һуң да шул, урта саманан да ҡайтышыраҡ ҡатынына үлеп ғашиҡ та баһа Хоҙайбирҙе ағай! Ул мөкиббән китеп яратыу ғына түгел, Тәңре бүләк иткән хәләлен яйы сыҡҡан һайын асманға олғаштырып маҡтай. Бына әле лә татлы нимә ҡапҡандай тамшанып ҡуйҙы ла ҡабатлай барып ятлап бөткән изге һө-йөү доғаһын яңынан тәҡрарланы:
– Ошо үтә лә һылыу, күрмәлеклеләрҙән-күрмәлекле еңгәгеҙ, (тфү-тфү, яңылыштан күҙ тейеп кенә ҡуймаһын инде) күрәғара, ҡылый ҡарашыма (ысынлап та, ағайҙың күҙ алмаларының береһе – мәғрипкә, икенсеһе мәшриҡҡа йүнәлгән) һеҙ күргәндән ике-өс тапҡырға сибәрерәк, һөйкөмлөрәк, танһығыраҡ булып салына. Сөнки ул аш-һыуға сымры, оҫта, ҡулдарынан бал-май ғына тама, ҡайһы ризыҡты яратып ашауымды әллә ҡасан белеп бөтөргән!
Билдәле инде, ир-егеттең йөрәгенә барған юл урауыраҡ булһа ла ашҡаҙаны аша һалынған. Күп ҡатын-ҡыҙ шул серле һуҡмаҡ хаҡында бөтөнләй белмәй, хәбәрҙар түгел, ишеткән хәлдә лә урауҙан йөрөп мәшәҡәтләнгәнсе тип туранан тартып хаталана.