Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Февраль 2020, 14:45

"Урыҫ баҙында..."

Ҡайҙалыр, яҡында ғына, мылтыҡтан аттылар.Йөрәген усына йомоп тигәндәй килгән ҡалтағай саңғылы ир – сәйерюлсы – һиҫкәнеп, йыуан ҡайын артына ышыҡлана һалды...

Ҡайҙалыр, яҡында ғына, мылтыҡтан аттылар.
Йөрәген усына йомоп тигәндәй килгән ҡалтағай саңғылы ир – сәйер
юлсы – һиҫкәнеп, йыуан ҡайын артына ышыҡлана һалды. Ҡурҡыуҙан түгел,
һаҡлыҡ өсөн. Бындай ғына атыш тауышын ишеткәне бар уның, хатта унан
былайырағын, хатта күп тапҡыр, әммә ләкин барыбер шикләндерә. Дөрөҫөн
әйткәндә, үҙе өсөн әллә ни тырышып ятмай, дөйөм эш тип борсола. Уны
эләктерә ҡалһалар, ошоға ҡәҙәре шундай ыҙалыҡ, ауырлыҡ менән башланып,
атҡарыла килгән барлыҡ тырышлыҡтары “һә” тигәнсе юҡҡа сығасаҡ.
Арҡаҙаштарының бар уй-ниәттәре емерелеүендә ул, тик ул ғына ғәйепле
булыр. Шуның өсөн, эҙ сығармайым, тип егеүле аттан да баш тартты, яҙғы
өҙәремдә теҙ өҫтөнән епшек ҡар ярып ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа саңғыла барырға
булды. Алағарай осоро бит, ҡары ла, көнө лә ышанысһыҙ. Тәүгеһе
“шәкәрләнеп” ятһа, икенсеһе ҡырҡҡа үҙгәрергә генә тора. Яҙғы көн –
яртаҡыл. Шулай ҙа иртәнге туңғаҡта әле йөрөргә була. Һәм бына, инде
иллалла менән килеп еттем тигәндә...
Читайте нас: