Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Февраль 2020, 16:05

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Мең дә бер күҙәтеүем.317-сы күҙәтеүем: "Сынаяҡтың иң тәмле урыны".Рәйес Түләк әйтмешләй, "тоҙһоҙ вермишел дә, вермишелһеҙ тоҙ ҙа ашаған" тағы бер дуҫым бар. Ул да булһа, Әбйәлил районының Әбделмәмбәт ауылынан Радик Исмәғил улы Өмөтҡужин. Уның менән бергә уҡыныҡ, ятаҡтың бер бүлмәһендә йәшәнек. Радик институтҡа әрменән һуң килгәйне. Ғаиләләрендә ул бер бала булғас, әсәһе менән атаһы уға ай һайын тиерлек мул ғына аҡса ебәреп тора. Мин, мәҫәлән, 11 булғас, был йәһәттән таҡы-тоҡо. Перевод килгәндә мыйыҡ еүешләп алабыҙ, Радик ғәҙәттән тыш сумарт. Урыҫсаға грамотаһы шәп. 2 башҡорт, 3 урыҫ төркөмдәре араһында бер үк текст менән диктант яҙғанда, иң яҡшы күрһәткес тә уныҡы. Радик – оптимист. Һәр бер ситуациянан юмор менән сыға белә. Хатта ки кеҫәбеҙҙә бер тин дә аҡса ҡалмайса ҡала урамында астан-ас йөрөгәндә, уның тәҡдиме буйынса ҡиммәтле тундар һатылған магазинға инеп, иң ҡиммәтле шәшке тундарҙы кейеп ҡарап, һатыусыларҙан тегеһен-быныһын һорашҡан булып, күңелебеҙҙе күтәрәбеҙ.Бөгөн Радик Хәлил урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 2004 йылдың 3 февралендә ул яҡҡа юл төшөп, йортона барып ҡунаҡлап киттем. Өфөгә ҡайтыуыма йығылып ятып көлөрлөк фото һәм текст ебәргән

Фотоны үҙегеҙ күрәһегеҙ, өҫтәлгә иғтибар итегеҙ. Артында шундай яҙыу: "Психологҡа бер ҡатын килгән.
  • Улым сынаяҡ ашай, тотҡаһы ғына тороп ҡала, – ти икән.
  • Психолог:
    • Эй, ахмаҡ. Ниңә тотҡаһын ашамай икән, иң тәмле урыны бит ул..."
    • Әйткәндәй, быйыл 26 мартта Радик дуҫыма ла 60 йәш тула. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Бер шиғыр китабы сыҡты.
      Читайте нас: