Дуҫтар, “Ағиҙел”де һағынып өлгөргәнһегеҙҙер, моғайын. Тиҙҙән журналыбыҙҙың икенсе һанын ҡулығыҙға алырһығыҙ. Береһенән-береһе шәберәк сәсмә әҫәрҙәр, шиғриәт, публицистик яҙмалар күңелегеҙгә серҙәш булыр тип өмөтләнәбеҙ.
Шулай уҡ шағир Зөфәр Вәлиттең “Һөйөр өсөн бирҙем ғүмеремде...” тип аталған шиғырҙар шәлкеме йөрәгегеҙҙең нескә ҡылдарын сиртер.
“Ҡайтмайым!” тип өйҙән сығып китте,
Сығып китте ниҙер эҙләнеп,
Мин доғала ҡалдым теҙләнеп...
Бар ғүмерем уны көтөп үтте,
Ҡайтмаһа ла, туңып ҡатманым.
Тик шуныһы: ул киткәндән алып,
Мин башҡаса сәскә атманым...