Бындағы иҙән-түбәне, стеналарҙы күреп, ниңә йөрөгәнемә үкенә башланым. Етмәһә, социаль бүлек хеҙмәткәре о-о-о-о-ҙон исемлек тотторҙо: “Шул-шул белешмәләрҙе йыйып килтер”, – ти. Торҙом-торҙом да, ҡуй, мин әйтәм, хәйерсене теләнсе талаған шикелле йөрөмәйем, тип ҡул һелтәнем.