Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Февраль 2020, 12:14

Уйҙырма һәм ысынбарлыҡ. Беҙгә меңдәрсә бүреләр киләме, әллә беҙҙән китәләрме икән?

Һуңғы арала интернет даирәһендә күсеп йөрөүсе меңдәрсә бүре хаҡында хәбәр халыҡты ҡуҙғытып алды. Билдәле блогер һәм һунарсы Артур Иҙелбаев хатта бер бүрене елкәһенә һалып, хәбәрҙең уйҙырма икәнлеген тос дәлилдәр менән иҫбатлап ҡуйҙы. Бүре тигәндәре әллә йыһандан төшөрөлгән боландар, имеш. Ентекләп ҡараһаң, баяғы, һис тә бүреме, боланмы икәнлеген айырырлыҡ түгел. Йыһандан шулай күренәлер инде.

Улайға китһә, дөрөҫ булһа, Ирәндек итәгендә тибендә йөрөгән йылҡы малын да бүре итеп күрергә мөмкин дәһә. “Бүрәнә аша бүре күргән”де – йыһандан ғына күреп булалыр инде.
Ул осраҡта меңдәрсә бүре тигәне һис тә дөрөҫ түгел, сөнки, әпәт, дөрөҫ булһа, Баймаҡта йылҡы 1 мең дә, 10 мең дә түгел – 30-40 мең икән. Ә кемдер, йыһандан йоҡоло-уяулы күреп ҡалып, бүреләр баҫып килә, тип яр һалһа, беҙгә ни эшләргә ҡала инде?
Читайте нас: